Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Уңған хужабикә
15 Июля 2022, 12:05

Тиҙ пицца

2 йомортҡа, 3 аш ҡалағы майонез, 3 аш ҡалағы он, 150 гр колбаса, башлы һуғандың яртыһы, 1 помидор, 200 гр сыр, тәменә ҡарап йәшелсә алына. Йомортҡа, майонез һәм ондо бергә ҡушып бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан ҡамырҙы табаға ҡоябыҙ. Унан эслеген матурлап теҙәбеҙ. Башта колбасаны һалабыҙ, унан һуған менән помидорға сират етә. Өҫтөнә мул итеп ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибәбеҙ. Теләк булғанда иң өҫтөнә йәшелсә (укроп, петрушка, һуған, руколла һ.б.) һибергә мөмкин. Пиццаны 220 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкала 10-15 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Йәғни өҫтөндәге сыр иреп, ҡамыры бер аҙ ҡата башлау менән духовканан алабыҙ. Матур ялдар һеҙгә, дуҫтар!

Тиҙ пиццаТиҙ пицца
Тиҙ пицца

2 йомортҡа, 3 аш ҡалағы майонез, 3 аш ҡалағы он, 150 гр колбаса, башлы һуғандың яртыһы, 1 помидор, 200 гр сыр, тәменә ҡарап йәшелсә алына.

Йомортҡа, майонез һәм ондо бергә ҡушып бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан ҡамырҙы табаға ҡоябыҙ. Унан эслеген матурлап теҙәбеҙ. Башта колбасаны һалабыҙ, унан һуған менән помидорға сират етә. Өҫтөнә мул итеп ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибәбеҙ. Теләк булғанда иң өҫтөнә йәшелсә (укроп, петрушка, һуған, руколла һ.б.) һибергә мөмкин.

Пиццаны 220 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкала 10-15 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Йәғни өҫтөндәге сыр иреп, ҡамыры бер аҙ ҡата башлау менән духовканан алабыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас