Уңған хужабикә
12 Июля 2022, 06:00

Төшкөлөккә еңел салат

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең өсөн еңел һәм тиҙ әҙерләнгән бик тәмле салаттар... 

Төшкөлөккә еңел салатТөшкөлөккә еңел салат
Төшкөлөккә еңел салат

Был салат өсөн пекин кәбеҫтәһе, редис, ҡыяр, йомортҡа, майонез, тоҙ кәрәк. Барыһын да матур итеп турап, майонез, тоҙ өҫтәп болғаһағыҙ, салатығыҙ әҙер була.



Консервалағы ҡыҙыл фасоль, кукуруз, тоҙло ҡыяр, колбаса һәм сохари алығыҙ. Ҡыяр менән колбасаны турап, барыһын да ҡушып, майонез өҫтәп болғағыҙ. Колбасаның бешерелгәнен дә, ыҫланғанын да алырға мөмкин. Салат ниндәйен алһағыҙ ҙа тәмле буласаҡ.



Краб таяҡсалары һәм йомортҡаны турағас, консерваланған ҡыҙыл фасоль ҡушығыҙ. Укроп, тоҙ, борос өҫтәп, майонез йәки ҡаймаҡ һалып болғаһағыҙ, туҡлыҡлы ла, тәмле лә салат әҙер була.


Сырҙы ҡырғыстан үткәрегеҙ. Краб таяҡсалары һәм помидорҙы матур итеп турағыҙ. Уларға сохари, йәшел тәмләткестәр, һарымһаҡ өҫтәп, майонез ҡушып болғағыҙ.



Йомортҡаны турағыҙ, сырҙы ҡырғыстан үткәрегеҙ. Уларға консерваланған кукуруз өҫтәп, майонез һалып болғағыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас