Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
6 Апрель 2022, 13:00

Ябай һәм бик тәмле салат

Ике сөгөлдөр, ике кишер, 200 г сыр, яртышар стакан йөҙөм һәм грек сәтләүеге, 1 бүлкәт һарымһаҡ, 3 салат япрағы йәки бер ус петрушка, самалап тоҙ, борос алына...

Ябай һәм бик тәмле салат
Ябай һәм бик тәмле салат

Ике сөгөлдөр, ике кишер, 200 г сыр, яртышар стакан йөҙөм һәм грек сәтләүеге, 1 бүлкәт һарымһаҡ, 3 салат япрағы йәки бер ус петрушка, самалап тоҙ, борос алына.

Бешмәгән кишерҙе ваҡ ҡырғыс аша үткәрәбеҙ һәм уға йөҙөмдө ҡушып болғатабыҙ. Салат һауытына һалабыҙ һәм өҫтөнә майонез йәки ҡаймаҡ һөртәбеҙ. Икенсе ҡат: ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән бешкән сөгөлдөр һәм ваҡланған грек сәтләүеге. Тағы майонез йә ҡаймаҡ һөртәбеҙ. Артабанғы ҡат иҙелгән һарымһаҡ ҡушылған, эре ҡырғыстан үткәрелгән сыр. Өҫтөн майонез менән һылағас, өҫтөнә салат япраҡтары йәки петрушка турап һалабыҙ. Ябай һәм бик тәмле салат әҙер. Аштарыбыҙ тәмле булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: