Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
31 Март 2022, 12:30

Ҡоймағы ла, ҡоймағы!

Күпереп торған был ҡоймаҡта 1001 күҙ бар! Һанап ҡарағыҙ, ышанмаһағыҙ))) Бының өсөн ни бары он, май, йомортҡа һарыһы, манный ярмаһы ғына кәрәк була...

Ҡоймағы ла, ҡоймағы!
Ҡоймағы ла, ҡоймағы!

Күпереп торған был ҡоймаҡта 1001 күҙ бар! Һанап ҡарағыҙ, ышанмаһағыҙ))) Бының өсөн ни бары он, май, йомортҡа һарыһы, манный ярмаһы ғына кәрәк була. Ҡоймаҡ үҙе иһә бер яҡтан ғына бешерелә, икенсе яғын әйләндерергә кәрәкмәй.

650 мл һыу, 300 гр он, 100 гр манный ярмаһы, 2 йомортҡа һарыһы, 1 балғалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ үҫемлек майы, ярты балғалаҡ әсетке, ярты балғалаҡ разрыхлитель, 1 семтем тоҙ алына. Тәрән һауытта бар ҡоро ингридиенттарҙы ҡушып болғатабыҙ. Май, йомортҡа һарыһын, әҙ-әҙләп йылы һыу ҡушабыҙ һәм яҡшылап болғатабыҙ. 2 минут дауамында миксер менән туҡыйбыҙ. Ярты сәғәт ултыртып торабыҙ.
Ҡамырҙың әсеп, күтәрелгәнен көтәбеҙ. Һүрән генә утта бешерә башлайбыҙ. Өҫ яғы кипкәс, ҡоймаҡ әҙер була.
Был ҡоймаҡты бал менән бергә иретелгән аҡ майҙы ҡушып ашаһағыҙ, тәме оҙаҡ ҡына тел осонда торор. Аштарыбыҙ - мул, донъябыҙ бәрәкәтле булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: