Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
31 Октябрь 2021, 10:20

Тиҙ ҙә, еңел дә, тәмле лә!

Бәшмәк менән тултырыылған помидор тәмле һәм тиҙ әҙерләнеүе менән һөйөндөрә. Бәшмәкте маркеттарҙа һатып алырға мөмкин. Әҙерләп ҡарағыҙ, үҙегеҙ ҙә, яҡындарығыҙ ҙа һөйөнөр.

8 помидор, 6 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 баш һуған, 400 г бәшмәк, тоҙ кәрәк. Помидорҙарҙы уртаға бүлеп, үҙәген алығыҙ. Шул киҫәктәрҙе яҡшылап майланған һәм сохари онтағы һибелгән һауытҡа теҙегеҙ. Майҙа һуған һәм помидорҙың үҙәген ҡыҙҙырығыҙ. Бешкән бәшмәкте ваҡлап турағыҙ. Йәшелсә менән ҡушып тоҙ, борос һибегеҙ. Ҡырылған сыр ҙа һибергә мөмкин. Помидорҙарға фарш тултырып, өҫтөнә май ҡойоғоҙ, сохари онтағын һибеп, духовкала 10 минут бешерегеҙ. Аштарабыҙ - тәмле, өйөбөҙ - йәмле, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: