Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
30 Октябрь 2021, 10:00

Батшалар һыйы

Тултырылған балыҡ - һәр хужабикәнең өҫтәлендә була. Уны әҙерләүе тәү ҡарамаҡҡа ғына ауыр күренә. Әйҙәгеҙ, ял көнөндә яҡындарыбыҙға тултырылған балыҡ әҙерләп, һөйөндөрөп алайыҡ.  

Эре балыҡты таҙартып, эсен ярып йыуабыҙ. Баш тирәһендәге тиреһен бысаҡ менән ҡырҡырға ла, һаҡ ҡына итеп систереп алырға. Ҡойроҡ өлөшөн дә тиренән айырмайынса ҡырҡырға кәрәк.

Һунынан уның эсенә һәм тышына аш һеркәһе һөртәбеҙ ҙә әҙер эслекте тултырабыҙ. Духовкала уртаса утта 40-45 минут тирәһе бешә. Табынға ултыртҡанда теленгән ҡыяр, йәш кәбеҫтә япраҡтары һәм башҡа йәшелсәләр менән биҙәйбеҙ. Өҫтөнә майонез ярҙамында төрлө биҙәктәр эшләйбеҙ. Бының өсөн майонезға ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән һарымһаҡ, төйөлган борос ҡушыла.
Эслек өсөн: ит турағыс аша үткәрелгән 100-150 г балыҡ ите, ярты стакан быҡтырылған фасоль, 0.5 кг кәбеҫтә, самалап тоҙ, борос, укроп алына. Фантазияғыҙға ҡарап, эслекте үҙгәртергә, икенсеһе итеп эшләргә лә була. Мәҫәлән, э
слек өсөн балыҡ менән һуғанды ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Аҙаҡ һөттә ебетелгән аҡ икмәк, май, тоҙ, борос, һарымһак ҡушып, йомортҡа иҙеп, ҡабаттан ит турағыс аша үткәреп алабыҙ

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: