Уңған хужабикә
31 Декабря 2020, 21:00

Зифа Әминева

Һеҙ һүрәттә Иҫән ауылында йәшәусе Зифа Әминеваны күрәһегеҙ. Ул 32 йыл урындағы мәктәптә балалар уҡытып, хәзер хаҡлы ялға сыҡҡан. Әле баҡса үҫтерә, салаттар, ҡайнатмалар ҡайната, бешерә. Ҡыҫҡаһы уңған хужабикә. Зифа Әминева өсөн тауыш бирергә теләһәгеҙ, сайтҡа инеп, күп итеп комментарийҙар ҡалдырығыҙ. Ә беҙ уға уңыштар теләйбеҙ.

"Мәктәп ябылғас йәйгеhен йә ял йортонда, йә балалар лагерында эшләп алам. Шуға ҡарамаҫтан баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә уҫтерәбеҙ. Миңә ике улым hәм бер ҡыҙым hәр саҡ баҡса тәрбиәләшә. Шуға ла быйыл да йәшелсәбеҙ бик уңды. 200-ҙән ашыу банка яптым. Тик банкаларҙы баҙға, келәткә урынлаштырып бөткәнмен", -- ти ул.

Читайте нас