Һаҡмар
+25 °С
Дождь
Антитеррор
Уңған хужабикә
31 Декабря 2020, 21:00
Гөлшат Нурғәлина
Баймаҡ районы Билал ауылында йәшәүсе еңгәйем, ут күршем Гөлшат Нурғәлина тураһында булыр һүҙем. 1991 йылда Баймаҡ машиналар төҙөү заводында ҡойоу цехына кран-машинис булып эшкә төшә. Гел генә йыр-бейеүгә оҫталығы менән төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. 2006 йылда завод үткәргән "Һылыуҡай" конкурсында ҡатнашып, Гран-при яулай. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да тиҙ генә ялға китергә уйламай: тағы ла 8 йыл эшләп, быйыл ғинуар айынан эшен теләр теләмәҫ кенә ҡалдырҙы. Тормош иптәше Данил ағай менән эшләп йөрөгән йылдарында уҡ ауылдан ер алып, өй һалалар. Данил ағай ҙа үҙе һымаҡ Байматағы заводта эшләй.
Әле улар ауылда ҡош-ҡорт көтөп, мал-тыуар аҫрап донъя көтәләр. Аш-һыуға оҫта еңгәйҙең ҡулына хайран ҡалырлыҡ. Нимә бешерһә лә магазиндыҡынан тәмлерәк килеп сыға. Ә йәшелсә тоҙлау, маринадлау буйынса уға еткән кеше юҡтыр. Йыл һайын ике йөҙгә яҡын банка яба. Фотоға таратып бөткәндән ҡалғаны ғына эләкте. Уларын да үҙҙәре генә ашамай. Балаларына, туғандарына, килгән-киткән ҡунаҡтарға өлөш сығара.
- Йыл да әҙерәк эшләргә тип үҙ-үҙемә һүҙ бирәм дә көҙ етһә онотам, - ти еңгәм.
Йыл да уңышы мул булһын, эшләгәне ашарға яҙһын!
Земфира Кинйәбулатова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"