Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
3 Декабрь 2020, 19:10

Картуф эсендәге балыҡ

Тәк, уңғанбикәләр һәм уңғанбайҙар, 10 минут эсендә тәмле генә киске аш әҙерләй һалайыҡ. Мин уны ябай ғына итеп картуф эсендәге балыҡ тип йөрөтәм, ә һеҙ, бәлки, үҙегеҙҙең исемде уйлап табырһығыҙ) Башланыҡ!Ашыбыҙ тәмле, үҙебеҙ һау-сәләмәт һәм бәхетле булайыҡ!

Тәк, уңғанбикәләр һәм уңғанбайҙар, 10 минут эсендә тәмле генә киске аш әҙерләй һалайыҡ. Мин уны ябай ғына итеп картуф эсендәге балыҡ тип йөрөтәм, ә һеҙ, бәлки, үҙегеҙҙең исемде уйлап табырһығыҙ) Башланыҡ!
500 г һөйәгенән айырылған балыҡ ите, 4 сей картуф, 1 йомортҡа, тоҙ, борос, ҡыҙҙырыу өсөн үҫемлек майы алына. Балыҡ итен өлөштәргә бүлеп, тоҙ, борос һибеп, ситкә ҡуйып торабыҙ. Картуфты ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Йомортҡаны тәрилкәгә һытабыҙ ҙа, балыҡ киҫәген унда манып алабыҙ һәм ҡырылған картуфта тәгәрәтеп алып, майы ҡыҙған табаға һалабыҙ. Аҫты ҡыҙарғансы тотабыҙ ҙа, киҫәктәрҙе әйләндерәбеҙ. Бары тик 10 минут ваҡыт эсендә иҫ киткес тәмле ризыҡ килеп сыға.
Читайте нас: