-2 °С
Болотло
1 кг тауыҡ тәпәйе, ярты тауыҡ, 1 кишер, 1 һуған, тоҙ, борос, 2 лавр япрағы, 3-5 төйөлгән борос, 1-1,5 л һыу. Тәпәйҙәрҙе, тауыҡты, һуған, кишерҙе бөтәүләй көйөнсә 3 сәғәт бешерергә. Күпереген алып тороғоҙ. Тоҙ, борос һалып тағы 5 минут ҡайнатығыҙ. Итте һөйәктәренән ипләп кенә айырып алығыҙ. Һуғанды ташлаһағыҙ ҙа була, ә кишерҙе биҙәү өсөн форманың аҫтында ҡалдырығыҙ. Итте, һурпаны формаларға ҡуйып һыуытҡысҡа төнгөлөккә ҡуйығыҙ. Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан форманы әйләндерегеҙ.