Ташҡабаҡ икраһы
2 кг ташҡабаҡты һәм 2 баш һарымһаҡты ит турағыс аша үткәрергә, 350 г томат пастаһы, бер стакан көнбағыш майы, тулы булмаған бер стакан шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ (өймәйенсә) өҫтәргә. 30 минут бешерергә, 100 г уксус һәм 1 сәй ҡалағы әсе ҡыҙыл борос һалырға. Банкаларға тултырғас ҡапҡастарын ябырға.
Корейса ташҡабаҡ
2,5 кг ташҡабаҡты, яртышар килограмм һуған менән кишерҙе турарға, 5 татлы борос, 200 г һарымһаҡ, тәменә ҡарап йәшел тәмләткестәр (һуған, петрушка, укроп) өҫтәргә. Бер стакан көнбағыш майы, бер стакан шәкәр, 150 мл аш һеркәһе, 2 аш ҡалағы тоҙ, корейса кишер өсөн тәғәйенләнгән тәмләткестәрҙе һалырға. Бөтәһен бергә бутап, ике сәғәткә ҡалдырып торорға. Банкаларға тултырырға һәм ҡайнап сыҡҡандан һуң 15 минут духовкала стерилләргә.