Ҡарбузды йыуырға һәм һуты ситкә аҡмаһын өсөн һауыт өҫтөндә ҡырҡырға, шунда уҡ һауытҡа йомшаҡ урындарын ғына ҡырып төшөрөргә. Был массаны ағас бысаҡ менән бүлгесләгәндән һуң, һутын 2 – 3 ҡат марля аша үткәреп, һығып алырға һәм ҡыҙыу утҡа ҡуйырға.
Һут ҡайнап сығыу менән тәүҙә кәстрүлдең иң өҫтөнә ҡыҙғылт төҫтәге күбек килеп сыға, уны бөткәнсе йыйып алырға кәрәк. Ә инде ҡайнап сыҡҡан һутты ҡыҙыу утта тоторға ярамай, бал талғын ғына әҙерләнә. Һуттың күләме 5 – 6 тапҡырға кәмегәндән һуң балдың әҙерме-юҡмы икәнлеген тикшерергә мөмкин. Бының өсөн ҡайнаған һутты саҡ ҡына алырға ла, тамыҙып ҡарарға кәрәк. Әгәр бал тамсылары таралып китмәй икән, тимәк, ул әҙер. Әҙер ҡарбуз балы һуҙылып тора. Уны тимер ҡапҡастар менән ябылған быяла банкаларҙа һаҡларға кәрәк.