Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
29 Май 2020, 19:05

Баҡсалағы һуған, редис, ҡуҙғалаҡтан бөйөрөктәр бешерәйек!

Дуҫтар! Бөгөн яяяллл)))!!! Баҡсаға сыҡһаң - бар нәмә күкрәп сәскә ата. Ә ошо ваҡыттағы иң тәмле һәм иң файҙалы йәшелсәләрҙән тәмлеееее бөйөрөктәр бешереп алайыҡ, окрошка, салат эшләйек.

Һуған һәм йомортҡанан бөйөрөктәр

Ҡыҙҙырылған

500 г он, 250 мл һыу, 20 г шәкәр. 9 г әсетке, 1 бешмәгән һәм 5-6 бешерелгән йомортҡа, 150 г ҡара һуған, тоҙ алына.

Йылы һыуға шәкәр, әсетке, тоҙ һалып болғатып, бер йомортҡа һытып, ике стакан он өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Ул шыйыҡ та, ныҡ тығыҙ ҙа булмаһын. Эслек өсөн һуған һәм бешкән йомортҡаларҙы турайбыҙ. Тоҙ өҫтәйбеҙ. Әҙерәк укроп йәки петрушка тураһағыҙ, эслек тағы тәмлерәк буласаҡ. Бер сәғәттән бөйөрөктәрҙе эшләп, 10 минутҡа һалып торабыҙ. Унан уларҙы ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ.

Духовкала

3 йомортҡа, 2 стакан кефир йә ҡатыҡ, 50-шәр г аҡ май һәм көнбағыш майы, 1 кг он, 1 пакетик ҡоро әсетке, тоҙ, борос алына. Эслек өсөн 8 бешкән йомортҡа, 100 г ҡара һуған, 50 г аҡ май, тоҙ кәрәк булыр.

Тәүҙә йомортҡаларҙы һытып, тоҙ менән яҡшылап болғатығыҙ. Артабан уға аҡ май, көнбағыш майы һәм кефир өҫтәлә. Ондо тәүҙә борос, тоҙ, ҡоро әсетке менән болғатып алабыҙ ҙа, шунан йомортҡалы шыйыҡсаға һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр ике мәртәбә ҡалҡып сығырға тейеш. Артабан уны йәйеп, эслек һалып, бөйөрөктәр эшләйбеҙ. Эҫе духовкала 25-30 минут бешерәбеҙ.

Ҡуҙғалаҡтан бөйөрөктәр

Духовкала

3 стакан он, 0,75 стакан һөт, 2 йомортҡа, 5 аш ҡалағы шәкәр, 70 г аҡ май, 7 г әсетке, тоҙ алына. Эслек өсөн 300-400 г ҡуҙғалаҡ, 0,5 стакан шәкәр, 1 аш ҡалағы крахмал кәрәк булыр.

Йылы һөткә, әсеткене алдан шәкәр менән бутап, күпертеп алып, ҡамыр баҫығыҙ. Уны 1-2 сәғәткә ҡуйып тороғоҙ. Ҡуҙғалаҡты йыуып, һыуын һарҡытып, ваҡ итеп турағыҙ. Унан шәкәр һәм крахмалды һалып бутағыҙ. Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйеп бөйөрөктәр әҙерләгеҙ. Бер йомортҡаны һытып, туҡып, шуның һәр бөйөрөктөң тышын һөртөп сығығыҙ. Духовканы 190 градусҡа ҡыҙҙырып, 20 минут бешерегеҙ.

Йомортҡа менән

Ҡамыр өсөн 1 стакан кефир, 3 стакан он, 0,5 стакан көнбағыш майы, бер сәй ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ, 25-30 г әсетке, 30 мл йылы һыу алына. Эслеккә бешкән 3 йомортҡа, 500 г ҡуҙғалаҡ алына.

Ҡамырҙы баҫып, бер сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Ҡуҙғалаҡты йыуып, киптереп, уртаса итеп турағыҙ. Бешкән йомортҡаны ваҡлап уға ҡушығыҙ. Әйткәндәй, эслеккә ҡара һуған ҡушып та ебәрергә була. Табала ҡыҙҙырып алынған әскелтем бөйөрөктәрҙең тәме һәр кемгә хуш килер.

Окрошка

1 литр квас йәки кефирға 7 редис, 2 ҡыяр, 2 бешкән уртаса картуф, йәшел һуған, тоҙ, шулай тәменә ҡарап укроп, петрушка алырға мөмкин. Бар йәшелсәләрҙе турап өҫтөнә һалҡын квас йәки кефир (кефирҙы газлы минераль һыу менән 1:1 итеп алырға мөмкин) ҡойоғоҙ. 1-2 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ. Ашар алдынан тәрилкәгә майонез, йәшел тәмләткестәр турап бирегеҙ.

Турама

Был салатты өлкәндәр ҙә, балалар ҙа яратып ашай. Ул редис өлгөргәндән эшләнә башлай. Турама витаминдарға бай булыуы менән айырыла. 200 г редис, 2 ҡыяр, 2 бешкән йомортҡа, 5-6 салат япрағы, йәшел һуған, тоҙ алына. Барыһын да турап, һауытта майонез менән бутағыҙ. Дөрөҫ туҡланыу яғында булғандар майонез урынына ҡаймаҡ ала.

Читайте нас: