Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
13 Ноябрь 2018, 12:54
Асия Бүләкова
Яратҡан гәзитебеҙ " Һаҡмар " иғлан иткән бәйгегә Өмөтбай ауылында йәшәүсе Асия Мәжит ҡыҙы Бүләкованы тәҡдим итәм.
Асия еңгәй Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы һылыуы. Беҙҙең Өмөтбайға килен булып төшөп, шунда таштай батып, тормош юлдашы Солтан ағай менән ғүмер итә. Улар икәүләшеп биш балаға ғүмер бүләк иттеләр. Әле улар һигеҙ ейән-ейәнсәргә бәхетле олатай һәм өләсәй. Тик бына, үкенескә күрә, тормош иптәше Солтан ағай ғына ҡаты ауырыуҙан һуң беренсе төркөм инвалиды булып ҡалды. Әммә Асия еңгәй бирешмәй, гөрләтеп донъя көтә.
Асия Мәжит ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы "Һәүәнәк", "Күгиҙел" совхоздарында һауынсы булып эшләне, хеҙмәт ветераны. Балалары менә бергәләшеп ҡура тултырып мал көткән, баҡса тултырып еләк-емеш ултыртҡан, өй тирәһен гөл- сәскәгә күмгән, көҙөн ошо йәшелсәләрҙән банка-банка компот, салаттар эшләүсе ханымға мин һәр ваҡыт һоҡланам һәм ғорурланам. Заманса йыһазландырған, бөтә уңайлыҡтары булған өйҙә балаларҙың шат тауыштары бер ваҡытта ла тынмай.
Сәк-сәкте оҫта һәм тәмле итеп бешереүе менән дан алған Асия Мәжит ҡыҙы ауылда ғына түгел, тирә-яҡта ла билдәлелек яулаған. Кемдәр туй, һәм башҡа байрамдар үткәрә, уға мөрәжәғәт итәләр. Уның тураһында "Панорама Башкортостана" журналында мәҡәлә донъя күрҙе. Баймаҡ телевидениеһы ла килеп был ғаилә тураһында бик матур һүрәтләмә эшләне. Балалары йыйып алып килгән тәбиғәт байлығы бәшмәкте, еләк-емештең бөртөгөн дә әрәм итмәгән тырыш, уңған Асия Бүләкова өсөн тауыш биреүегеҙҙе һорайым.
Был фотоларҙа уның баҙға төшөп бөтмәгән банкалары:
Әнүзә Мәжитова.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?