Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Моң шишмәһе һандуғастай йырсы телем”

Баймаҡ лицей-интернатында Башҡорт теле көнө уңайынан “Моң шишмәһе һандуғастай йырсы телем” исемле сара үтте. 8-се “А” һәм “Б” кластары, “Отҡорҙар” һәм “Зирәктәр” командаларына бүленеп, йомаҡтар систе, тиҙәйткесте дөрөҫ һәм шәп әйтеү буйынса ярышты, мәҡәл һәм әйтемдәрҙе урыҫ теленә тәржемә итте, шаян һорауҙарға яуаптар бирҙе, анаграммалар эҙләне. Командалар Рәлиф Кинйәбаевтың пьесалар һәм Дамир Шәрәфетдиновтың шиғырҙар китаптары менән бүләкләнде.

“Моң шишмәһе һандуғастай йырсы телем”
“Моң шишмәһе һандуғастай йырсы телем”

Баймаҡ лицей-интернатында Башҡорт теле көнө уңайынан “Моң шишмәһе һандуғастай йырсы телем” исемле сара үтте. 8-се “А” һәм “Б” кластары, “Отҡорҙар” һәм “Зирәктәр” командаларына бүленеп, йомаҡтар систе, тиҙәйткесте дөрөҫ һәм шәп әйтеү буйынса ярышты, мәҡәл һәм әйтемдәрҙе урыҫ теленә тәржемә итте, шаян һорауҙарға яуаптар бирҙе, анаграммалар эҙләне. Командалар Рәлиф Кинйәбаевтың пьесалар һәм Дамир Шәрәфетдиновтың шиғырҙар китаптары менән бүләкләнде. Артабан уҡыусылар Булат Йосоповтың киномәктәбе сиктәрендә төшөрөлгән “Һайлау” фильмын ҡараны, ошо фильм буйынса фекер алышты.

Сараны ойоштороусы Айгөл Иҙелбаева Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап сығарылған “Хәтер тере, хәтер мәңгелек”, йыл башында Ю.Мәҡсүтовтың тыуыуына 60 йыл тулыуы уңайынан сығарылған “Юлай аманаты” китаптары һәм быйыл сыҡҡан үҙенең 2 йыйынтығы тураһында һөйләне, был китаптарҙы мәктәп китапханаһына бүләк итте. Китапханасы шулай уҡ яҙышҡан уҡыусыларҙы төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

Сығанаҡ: https://baimaklib.ru/novosti/mo-shishm-e-andu-astaj-jyrsy-telem/ 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: