1812 йылғы Ватан һуғышына – 210 йыл
Ватан һуғышында - башҡорттар
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында 1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүенә һәм Бородино алышына 210 йыл тулыуына арналған “Ватан һуғышында башҡорттар” крайҙы өйрәнеүселәр форумы үтте. Унда ғалим тарихсылар, урындағы крайҙы өйрәнеүселәр клубы ағзалары, тарих уҡытыусылары, китапханасылар, тыуған яҡ тарихына битараф булмаған яҡташтар ҡатнашты. Форумда ҡатнашыусыларҙы халыҡ ижады үҙәге артистары Илнур Аслаев, Ғәлинур Ҡарасурин һәм Булат Ҡужахмәтов сәләмләне.
1812 йылғы Ватан һуғышындағы Бородино алышы үҙе генә лә тарих биттәрендә айырым урын алып тора.
Баймаҡ тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы етәксеһе, Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, “Төнъяҡ амурҙары” хәрби-тарихи клубының тарихсы реконструкторы Айҙар Рәис улы Мәжитов ошо хаҡта һөйләне.
Сибай ҡалаһынан килгән тарихсы ғалим, тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы доценты, Сибай ҡалаһының крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы Наполеонға ҡаршы һуғышҡан башҡорт полктары тураһында ентекле өйрәнгән. Улар араһында баймаҡ ерлегенән сыҡҡан кешеләр, яугирҙарҙы оҙатҡан урындар, 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған һәйкәлдәрҙең асылыу тарихы тураһында йөкмәткеле сығыш яһаны. Яҙыусы, тарихсы, “Атайсал” аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Борис Мөхәмәт улы Хәйретдинов Ватан һуғышында баймаҡтарҙың ҡаһарманлығы, әҙәби әҫәрҙәрҙә Ватан һуғышының сағылышы тураһында бәйән итте.
Мәғлүм булыуынса, башҡорттар йөрөгән ерендә йыр сығарып дан алған халыҡ. 1812 йылғы Ватан һуғышында ла халҡыбыҙ үҙҙәренең улдарын данлаған йырҙар ижад иткән. Мәғариф ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе ҡурайсы Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов 1812 йылғы Ватан һуғышында тыуған башҡорт йырҙарының тарихын һөйләп тә, көйләп тә, ҡурайҙа ла уйнап еткерҙе.
1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ир-егеттәре менән бер рәттән уларҙың ҡатындары ла ҡатнашҡан. Ирен әсирлектән ҡотҡарған Аҫылбикә исемле башҡорт ҡатынының образы башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, урыҫ әҙәбиәтендә лә ҙур сағылыш тапҡан. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының роле тураһында һүҙҙе тарихты өйрәнеүсе, яҙыусы, мәғариф ветераны Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбаева һөйләне.
1812 йылғы Ватан һуғышында Баймаҡ районынан ғына ла был һуғышта бик күптәр ҡатнашып, Мәскәү генә түгел, Польша, Германия, Франция ерҙәренә барып етә, еңеүгә ҙур өлөш индерә. Париж урамдарында ҡурай уйнап, һыбай йөрөп, дан ҡаҙанып ҡайталар. Күптәре “Парижды алғаны өсөн”, “1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә” көмөш миҙалдары менән бүләкләнә. Улар хөрмәтенә районыбыҙҙың Сәйғәфәр, Иҫән ауылдарында стелалар барлыҡҡа килде. Иҫән ауылында ғына 6 кеше “Парижды алғаны өсөн” көмөш миҙалы менән бүләкләнгән. Ауылдың абруйлы аҡһаҡалы Миндеғәли Йәрмөхәмәтов башланғысында унда пушкаға һәйкәл ҡуйылды. Миндеғәли Зөлҡәрнәй улы һәйкәлдең ҡуйылыу тарихын хәбәр ҡылды. Публицист, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, крайҙы өйрәнеүсе Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтов, нәҫел шәжәрәһен төптән белгән крайҙы өйрәнеүсе булараҡ, Бикметовтар араһында 1812 йылғы яуҙа ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәттәр еткерҙе.
Ун йыл элек - 1812 йылғы Ватан һуғышың 200 йыллығы уңайынан районда “Атайсал” һәм “Ағинәйҙәр” ҡоро менән берлектә “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһы иғлан ителде һәм гөрләп барҙы. Уның барышында һәр ауыл биләмәһе альбомға үҙҙәренең тарихын яҙҙы. Эстафетаның эшмәкәрлегендә “Атайсал” ҡоро етәксеһе булараҡ матбуғат ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлимйән Баймырҙин туранан-тура ҡатнашты, альбомға күләмле генә йомғаҡлау һүҙен дә яҙҙы. Ғәлимйән Ситдыҡ улы ошондай сараға йәштәрҙе йәлеп итеү сараларын бергәләп уйларға сағырҙы.
Уҡтан атыу элек-электән халҡыбыҙҙа һунарға йөрөү, яуға барыу ҡоралы булһа, хәҙер беҙҙең өсөн ул - спорттың бер төрө. Һуңғы йылдарҙа республикала ла, районда ла был спорт төрө ярайһы ғына үҫеш ала. “Ирәндек уҡсылары” хәрәкәте етәксеһе Ғәфүр Рафиҡ улы Рахманғолов был боронғо башҡорттарҙың таҫыллығын сағылдырған уҡтан атыу һөнәре буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Саранан тәьҫирләнгән форумда ҡатнашыусылар фекерҙәрен, тәҡдимдәрен еткерҙе.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Форум ҡурай аҫтында Баймаҡ гимны - “Күк Ирәндек буйында” күмәк йыры менән тамамланды.
Айгөл Иҙелбаева, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы методисы.