Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Үткәнде һәм киләсәкте бәйләгән музей

Каникулдарҙы күңелле һәм файҙалы итеп үткәреү маҡсатында беҙ, ҡаланың 5-се һанлы мәктәбенең 4-се Б класы уҡыусылары, Баймаҡ ҡалаһының тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙыҡ. #ГодКультурногоНаследия#2022РәсәйҙәМәҙәниМираҫЙылы.

Үткәнде һәм киләсәкте бәйләгән музей
Үткәнде һәм киләсәкте бәйләгән музей

#ГодКультурногоНаследия
#2022РәсәйҙәМәҙәниМираҫЙылы.
Каникулдарҙы күңелле һәм файҙалы итеп үткәреү маҡсатында беҙ, ҡаланың 5-се һанлы мәктәбенең 4-се Б класы уҡыусылары, Баймаҡ ҡалаһының тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙыҡ.
Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ ул. Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Музейҙың тәғәйенләнеше лә тап тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан тора ла инде.
Баймаҡ ҡалаһының музейы менән Ғәлина Наилә Мөйәссәр ҡыҙы етәкселек итә. Музей райондың тарихын сағылдырған, тәбиғи, этнографик ҡомартҡылар (экспонаттар), фотоһүрәттәр менән байытылған дүрт залдан тора. Беренсе залда башҡорт халҡының йәшәйешен,тарихын,сәнғәтен һөйләүсе экспонаттар булдырылған, төйәгебеҙҙәге йәнлектәрҙең макеттары ла балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уята. Икенсе залда алтын табыусыларҙың эш ҡоралдары, алтын йыуыу процесын күрһәткән диорама үткән быуат баштарына алып ҡайта. Өсөнсө залда беҙҙең ил территорияһында һәм Авғанстанда булған һуғыштарға арналған стендтар, һуғыш ҡоралдары, хәрби кейемдәр ысынбарлыҡ тураһында һөйләй. Дүртенсеһе - Шәжәрә залы, Баймаҡ ҡалаһында йәшәүселәрҙең шәжәрәһенә арналған.

Музей фондын һаҡлаусы Гүзәл Кәлимулла ҡыҙы Хәлитова әйтеүенсә, улар араһында иң ҡиммәтлеһе – алтын табыу эше менән бәйле экспонаттар. Балаларға айырыуса мауыҡтырғыс булғандары – Бөйөк Ватан һуғышында ҡулланылған һуғыш ҡоралдары, төрлө эш ҡоралдары, үткән быуат осоронда ҡулланылған телефон, патефон, боронғо йөн иләү станогы, кәрәсин лампаһы, һәм башҡалар – быларҙың барыһында ла тарих һаҡлана. Музей бигүк ҙур булмаған майҙанды биләүгә ҡарамаҫтан, бында күсермә тематик күргәҙмәләр һәм төрлө саралар үткәрелеп тора.
Бөгөн уҡыусыларға бик матур итеп һөйләгән Гүзәл Кәлимулла ҡыҙына, (балаларҙың төрлө һорауҙарына яуап биреп кенә ҡалманы, хатта Шайморатов генерал тураһында һөйләп, балалар менән йырлап та алдылар) музей етәксеһе Наилә Мөйәссәр ҡыҙына ошо тарихи усаҡты һүрелтмәй, киләһе быуынға еткереүҙәрен, артабан да ижади үрҙәр юлдаш булыуын теләйбеҙ. Экспонаттарығыҙ байып, музейға килеүселәр һаны артып торһон, ә беҙ инде матур тәьҫораттар алып, белемебеҙҙе арттырып ҡайттыҡ. Бөтәһен дә тасуирлап һөйләп бөтөп булмай, мотлаҡ барып күрергә кәрәк.

Венера Ҡасҡинова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: