Кирәй Мәргән, яҙыусы.
Ай ҡурайым, ҡурайым,
Минең көмөш ҡурайым,
Ҡайғылы минуттарымда
Һинең менән булайым.
Сибай руднигының машинисы Шәриф Әхмәтшин фронтҡа үҙе менән бергә һөйгән ҡурайын да алып килде. Бында ул хәҙер званиеһы менән гвардия сержанты, ә хеҙмәте – ҡорал мастеры. Блиндаждарҙа, землянкаларҙа көндәр һәм төндәр буйы ултырып, ул алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан пулеметтарҙы,автоматтарҙы ремонтлай һәм эш араһында үҙенең иптәштәрен ҡурай менән йыуатып ала. Уны белмәгән кеше юҡ. Әгәр ҙә берәй подразделениеға мастер кәрәк була икән, уны ғына, ҡурайсы Әхмәтшинды ғына саҡырталар. Ә бындай подразделениелар күп булғанлыҡтан, Әхмәтшинға тағы ла күберәк һәм нығыраҡ эшләргә тура килә. Сөнки береһенең дә һорауын кире ҡаҡҡыһы килмәй уның.
Ниндәй обстановка булмаһын, ул барыбер килә. Уның түшендә автоматы, яурынында инструменттар тултырылған сумкаһы була һәм, итек ҡунысына тығып, өс быуынлы ҡурайын да алып килә.
Шәриф дивизияла беренсе мастер иҫәпләнә. Ниндәй генә ҡорал килтермәһендәр, барыһын да төҙәтә, нығыта, яҡшырта. Эше тамамланыу менән, ул итек ҡунысынан ҡурайын тартып сығара, йыйылған быуындарын ялғап оҙайтып ебәрә лә, бер кемдең дә һорамауына ҡарамаҫтан, әкрен генә уйнай башлай.
Был ваҡыт инде боецтар уның ултырған урынын әйләндереп алалар. Башҡорттоң оҙон көйҙәре яңғырай. Тыңлаусылар, һулыш алыуҙарын туҡтатып, ҡурай моңо аша күҙ алдына килгән тыуған ерҙәрен һағынып тәрән уйға сумалар. Уларҙың күҙҙәре яна. Шунан Әхмәтшин еңел көйҙәр уйнай башлай. Халыҡ йәнләнеп китә. Ҡурайсы бейеү көйҙәренә күскәндә инде, боецтар, ҡул сабып һәм ҡысҡырышып, кемделер бейергә өндәйҙәр һәм барыһы ла нәүбәтләп бейеп сығалар.
Күңел асыу ошо урынға еткәс тә, Әхмәтшин үҙенең уйнауын туҡтата һәм, әйберҙәрен йыйып алып, китергә әҙерләнә башлай. Уны, әлбиттә, тиҙ генә ебәрмәйҙәр, тағы әҙерәк ултырыуын, улар ярата торған бер нисә көйҙө уйнап китеүен һорайҙар. Ләкин инде Әхмәтшинды күндереүе ҡыйын.
-Һуғыш бит, егеттәр, үҙегеҙ беләһегеҙ, икенсе ваҡыт килермен.
Һәм ул китә. Икенсе подразделениеларға тағы шулай йәм бирер өсөн бара ул. Унда ла Әхмәтшинде көтәләр. Сөнки Әхмәтшин килдеме, пулеметтар һаны ла, автоматтар һаны ла арта. Ҡурай ҙа була, йырлап-бейеп алырға ла мөмкин.
Ләкин бер ваҡыт Әхмәтшиндың ҡурайы юҡ булды. Ошо еҙ ҡурайҙы Әхмәтшин тормошоноң айырым бер киҫәге кеүек ҡабул итеп өйрәнгән кешеләр өсөн был хәл бик сәйер тойолдо. Нисек инде ул Әхмәтшин булһын да ҡурайһыҙ йөрөһөн? Әхмәтшин һәм уның ҡурайы икеһе бер бөтөн нәмә бит!
Әхмәтшиндың үҙенә был айҡанлы һорау биреп йөҙәтеп бөтөрҙөләр. Ҡурайҙы ҡайҙа ҡуйҙы икән? Бәлки, кемгәлер бүләк итеп биргәндер? Ни өсөн тағы икенсе ҡурай яһап алмай икән? Ҡасан тағы шундай ҡурай менән килеп сығыр икән башҡалар? Быларҙың барыһына ла Әхмәтшин бер һүҙ менән генә яуап бирә килде:
-Ҡайҙалыр онотоп ҡалдырғанмын.
Ләкин ул алдаша ине. Шундай яҡын дуҫын, әлбиттә, ул онотоп ҡалдыра алмаҫ ине. Был ҡурайҙың яҙмышы түбәндәгесә булды.
Бер ваҡыт шулай, ғәҙәттәгесә, подразделениеларға сыҡҡан ваҡытта, һуғышып алырға тура килде уға. Килде ул, ремонт талап иткән пулеметтарҙы ҡараны, автоматтарҙы һүтеп яңынан йыйҙы. Тиҙ генә эшен бөтөрҙө лә, блиндаждан сығып, тирә-яғын күҙәтә башланы. Һуғыш ҡаты бара ине. Беҙҙекеләр һөмһөҙләнеп килеүсе гитлерсыларға ут яуҙыралар. Һул яҡлап бер төркөм атлылар дошмандың флангыһына инеп киттеләр. Һуғыш һаман ҡыҙҙы. Дошман һалдаттары таралышып артҡа сигенде. Беҙҙекеләр тағы алға ынтылдылар һәм яңы рубежға күстеләр.
Әхмәтшинды үҙе ремонтлаған пулеметтың эше ҡыҙыҡһындыра ине. Был пулемет уның яҡташы Басыров ҡулында. Ләкин ни өсөндөр, дошман минометтан ҡаты ут асҡан ваҡытта ғына, пулемет туҡтап ҡалды. Басыров яраландымы, ни булһа ла, яуап юҡ ине. Шул саҡ Басыровҡа табан дошман автоматчиктары килә башланылар. Улар килә, ә пулемет яуап бирмәй. Автоматчиктар һаман яҡынаялар, ә Басыров һаман өндәшмәй. Ни эшләргә? Үҙ профессияһын һөйөүсе Әхмәтшин, әлбиттә, ҡарап ҡала алманы – китте. Ул ашыҡты, тирләне, янды, беште,күкрәге менән шыуыша-шыуыша килеп траншеяға инде лә, уның боролмалы юлдарынан эйелә-бөгөлә йүгереп, Басыров янына килде. Эйе. Мастерҙың күңеле һиҙенгән: пулемет та эшләмәй, Басыров үҙе лә ҡаты яраланған. Улай-былай иткәнсе, тиҙ генә пулеметтың “яраһын” ҡарап алырға кәрәк. Бәлки, “яра” бик ауыр түгелдер. Төҙәтеп, тағы эшләтеп булыр.
Бынау урында бер пулемет ҙур көскә әйләнә ул!
Ләкин...
Мастерға был эшен тамамларға тура килмәне. Басыров пулеметының тынып ҡалыуынан дошман тиҙ генә файҙаланырға уйлаған, күрәһең. Гитлерсылар тағы бер нисә минут пуля яуҙырып, шул урынды “ҡапшап” ҡаранылар ҙа, әкрен генә шыуышып, был яҡҡа килә башланылар.
Әхмәтшин шунда уҡ автоматҡа йәбеште. Онотолоп ул бер дискыны расходҡа сығарыуын һиҙмәй ҙә ҡалды. Дошман һалдаттары ҡырылдымы, кире сигендеме – быныһын да ул белмәй ҡалды. Үлсәүһеҙ бер ашҡыныу менән атты ла атты.
Тынлыҡ урынлашты. Әхмәтшин, ут баҫылғас та, тирен һөртөп, тағы әлеге пулеметҡа тотондо. Ләкин баш осонда пулялар һыҙғырыуы уны тағы ла автоматҡа ташланырға мәжбүр итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы диск бушаған булып сыҡты.
Гитлерсылар тағы килә башланылар. Беҙҙекеләрҙән кемдәрҙер һул яҡлап уларҙы ут эсенә алды. Билендә ике гранатаһынан башҡа нәмәһе ҡалмаған Әхмәтшин был юлы инде үҙе күреп торҙо: беҙҙекеләр ата, гитлерсылар һаман киләләр ҙә киләләр.
Бына улар өҫтөнә Әхмәтшиндың тәүге гранатаһы осто. Бәләкәс кенә гөрһөлдәүҙән һуң ул тағы берәүһен ебәрҙе. Уның ҡулында хәҙер ҡорал ҡалманы.
Ул траншея буйлап уңға йүгерҙе. Шул уҡ хәлдә ҡалған ике боец уның үҙен “Килтер, килтер дауай патрондарҙы!” тип ҡаршы алдылар һәм, бер нәмә лә алып килмәгәнен белгәс, һүгенеп ҡуйҙылар. Ә дошман һаман килә ине. Күп тә түгел ине хәҙер улар, ләкин һаман ҡыймылдайҙар ине.
Бына гитлерсылар бөтөнләй яҡынланылар. Шул саҡ беҙҙең яҡтан ҡеүәтле тауыш яңғыраны һәм көслө “ура” менән бергә ҡыҙылармеецтар ҙа ҡалҡып сыҡты. Ҡорал мастеры ни булғанын тойоп өлгөргәнсе, уның янындағы ике боец траншеянан шунда уҡ һикереп сыҡтылар ҙа дөйөм ташҡынға ҡушылып инеп киттеләр. Ҡаты ҡул һуғышы башланып китте. Ҡысҡыра-ҡысҡыра Әхмәтшин дә шул яҡҡа тороп йүгерҙе.
Ул сәсәй-сәсәй ашығып килеп етте. Тик шунда ғына ҡулында бер нәмәһе лә юҡ икәне иҫенә төштө. Кире йүгереп булмай ине. Башынан каскаһы төшкән бер ҡыҙылармеец менән көрмәкләшеп ятҡан дошман һалдатын һөйрәп алды ла типкеләй башланы. Шул саҡ кемдер уның үҙен һуғып ебәрҙе. Ул һикереп тороп тағы берәүһенә барып йәбеште... Тағы әйләнеп барып төштө. Тағы торҙо, тағы йығылды. Тирә-яҡта нимә булғанын, кемдең нисек һуғышҡанын ул белмәне. Һәм үҙенең ошо ҡанлы мәхшәр эсендә булыуын да онотто. Ниндәйҙер дошман һалдаты уны эләктереп алды. Улар бер йығылып, бер тороп, бер тәгәрәп, бер сүгеп ҡаты ғына алышҡандан һуң Әхмәтшин аҫта ҡалды. Ошо ауыр хәлдән ҡотолоу өсөн ул буш ҡулы менән һәрмәнә башланы. Үҙе лә һиҙмәҫтән итек ҡунысына һуҙылды һәм ҡулына тап булған ҡаты нәмәне килтереп сығарҙы. Өс быуынлы еҙ ҡурай һәлмәк кенә тойолдо һәм ул, башына ниндй ҙә булһа уй килеп өлгөргәнсе, алдындағы дошманының ҡаҡ маңлайына тондороп та алды. Дошман ауҙы. Икенсе һуғыуҙа Әхмәтшин уның баш һөйәген селпәрәмә килтерҙе.
Ул арала алыш та бөттө. Бөтмәгән булһа ла, Әхмәтшин дауам итә алмаҫ ине. Сөнки ул үҙе лә ныҡ хәлһеҙләнгән, алйыған, һәм иң көсөргәнешле ваҡытта итек ҡунысынан килеп сыҡҡан иң һуңғы “ҡоралы” ла эштән сығып, йәнселеп бөткәйне. Бынан һуң да мастер Әхмәтшиндың бөтә эше элеккесә дауам итте. Ләкин уның ҡурайы ғына булмай торҙо. Үҙе был турала бер кемгә лә һөйләмәне. Күрәһең, көлөрҙәр тип ҡурҡҡандыр. Ләкин тора-бара барыбер белделәр. Әлбиттә, унан бер кем дә көлмәне. Киреһенсә, уның был боевой ҡоралы тураһында әкиәт итеп һөйләй башланылар.
Баймаҡ ҡурайы шулай итеп Әхмәтшинға яҡшы хеҙмәт итте. Иң кәрәк ваҡытта был ҡурай ҡоралды алмаштырҙы.