Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

ФОЛЬКЛОРИАДАҒА – БАШҠОРТ МАТРЕШКАЛАРЫ

-

VI Бөтә донъя фольклориадаһына "Ағиҙел” сәнғәт әйберҙәре кәсебе унитар предприятиеһы ошо көндәрҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемендәге, эпос батырҙарына бағышланған матрёшкаларҙы етештереү эшен тамамлаясаҡ. Сувенирҙарҙың төп үҙенсәлеге башҡорт милли кейемендә булыуында. Ҡара-йәшел еләнле, ҡашмау, ҫаҡал таҡҡаны. Рәссам-дизайнерҙар Дим буйы башҡорттары хас милли комплектты компьютерҙа йыя. Бынан ары матрешканы донъя халыҡтары башҡорт кейемендә күрә аласаҡ. Күрһәтерлек кенә түгел, һөйләрлек тә бай мәғлүмәт бар. Оло Башҡортостандың ырыуҙар бүленеше, ғөмүмән, күҙ уңында тотоп эшләнгән. Әммә фольклориадаға башҡорттарҙың көньяҡ-көнбайыштағы комплект тәҡдим ителәсәк. Матрешка Рәсәй йөҙөн билдәләһә, ә Башҡортостан матурлығы менән биҙәй. Башҡорт милли кейем өлгөһө итеп Дим буйы башҡорттарының стиль үҙенсәлеге осраҡлы һайланмаған. Ул башҡа ырыу ҡатын-ҡыҙҙарынан тәңкәләрҙең күплеге менән айырыла. Халыҡ араһында ла киң таралған. Ҡашмауға Уралтау символы итеп бисерҙан өсмөйөш йәки ромбтар һалынған.
Сығанаҡ: https://amanat.rbsmi.ru/news/Folkloriada-a--bash-ort-matreshkalari-835113/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=41010454
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: