Йүкәләр ауыл клубы ишеген асып инеүгә беҙҙе саф тауышлы, көләс йөҙлө балалар төркөмө ҡаршы ала. Улар тырыша-тырыша Рәми Ғариповтың йәнтерелткес "Туған тел" шиғырын ҡат-ҡат йырлай, бөтә кеше ҡушылып ҡабатлай башлағансы һамаҡлай. Аҫыл һүҙҙе был рәүешле мейегә һеңдереү ысулы ла ағинәй-өләсәйҙәр һабағының бер күренеше бит, тип уйлап өлгөрәм. Балалар "Зөләләм" таҡмаҡлап әйләнеп бейей башлай. Ике матуры, буҙалар ҡойолған кәсәләр теҙелгән батмустарҙы һоноп, ҡунаҡтар алдына килә. Күптән көтәбеҙ, тип түҙемһеҙләнеп ҡараған ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡарашында уларҙы өйҙәрендә юҡһынып торған бабайҙары, ейәндәре, һыйыр-кәзәләре, баҡырышып торған быҙау-бәрәстәре, бәйләм-һәйләмдәре, сериалдары бер секундҡа ғына сағылып ҡала ла юғала.
Ниһайәт, һәр кемгә танһыҡ осрашыу кисәһе башлана. Ана, Ишмырҙаның ир-аттары ла ағинәйҙәрҙең йыйынын тамаша ҡылырға теҙелеп ултырған. Тимәк, бындай осрашыу һәр кемгә танһыҡ. Уҡытыусылары менән бергә мәктәп балалары ла бында. Улар китапхана яғында эркелешә, китап ҡарай, бер мөйөштә сәй эсә. Ике ҡатлы мәҙәниәт йорто умарта кеүек ҡайнай. Уның ингән ере - фойеһе - ялалҡаһы (ял итеп ала торған иркен урын, диалект һүҙе) бик иркен, яҡты икән. Тәҙрәләре бейек, түшәмгә хәтле ынтылып уйылған, ҡояш нуры көлтәләп эскә тула, үҙеңде сәхрәлә ултырғандай хис итәһең.
Ишмырҙа биләмәһе ағинәйҙәре бер нисә төркөм булып, баяғы фойе-ялалҡа буйлатып кемеһе бәйләм монаяты, кемеһе аш-һыу кәштәһе, кемеһе шәл бәйләмәгә кәзә дебетен әҙерләү өлгөләрен теҙгән! Бына ошонда инде мин кинәт Илеш районы Айыу ауылының фольклор кисәләрендә ишеткән халыҡсан уйын һамағын хәтергә төшөрҙөм: "Аптыранығыҙмы? Аптырамағыҙ!" Ни өсөн иҫкә төштө был "балалар ижады"? Баймаҡ районына килеп, кәзә дебетенән шәл бәйләүселәрҙе күргәс, нишләп аптырарға тейешмен әле? Уның ҡыҙыҡ ҡына бер сәбәпсе осо бар: яңыраҡ ҡына ошо яҡтан бер ханым (исемен әйтмәйем, бәлки, әйтмәһәм дә белерҙәр, бик күренекле шәп кеше ул!) миңә телефондан былай тип ярһыны: "Иҫәнғолға республика "Шәл байрамы"на барғайныҡ, бер корреспонденттары ней тейсе, "Баймаҡлар шал бәйләйме ни ул?" тейсе. Эй зитыма тейҙе шул һүҙе. Бәйләйбеҙсе, тиһәм, ышанмайсы, зыр әйләнеп китеп барҙысы! Артынан йүгереп барып башына шәлемде ҡаптарҙай булдым, был нимә атыу, тиеп!"
Их, ошо баймаҡтарҙың сәмселлеге! Ташты ҡутарып ярһып-бәреп сыҡҡан орошишмәмени уларҙың ошондай саф, ихлас, самими ярһыуы! Ошо илаһи сәм һәм ярһыу уларҙың бөтә фиғелендә, бейеүендә, йырында! Тын-тын ғына, шып-шым ғына ултырған ҡоштар тубы кинәт дөрләп-шаулап күтәрелеп осоп киткәндәй, Баймаҡ халҡына ла шундай тәбиғи ажар хас, уларҙағы тормош дәрте лә һис кәмемәҫ мөлдөрәмә тулы килеш.
Бына әле улар, бер ни уйламай, ярты фойены "хуш еҫе" борҡоп торған дебет менән һәм ҡабарып-ялпылдап торған шәлдәр менән тултырып ташлаған. Иң тәүҙә әҙер шәлдәр янында "ҡыҙыу баҙар башланды". Шәл оҫтаһы Зөлфиә Солтанғолованың эштәре Өфөлә республика "Шәл байрамы-2019" ваҡытында баһамандарҙың күҙенә эләгеп, шәлсе бер тауыштан диплом менән бүләкләнгәйне. Баймаҡ районы килене Зөлфиә Солтанғолова сығышы менән Йылайыр районы Матрай эргәһендәге Сәлим ауылынан. Ул өйрәтергә лә шәп икән. Бәйнә-бәйнә ентекләп кәзә мамығын ҡайҙан алғанын, нисек эшкәрткәнен, ҡайһы орсоҡ иләүгә, ҡайһыһы сиратырға ярағанын һөйләп тора. Үҙе күптән тәгәрмәс орсоҡҡа күскән. Уныһы эште тиҙләтә һәм еңеләйтә бит. Ғөмүмән, шәлселәр эш ҡоралдарын яңыртыуға бик тәүәккәл тотона, анһат эшләй торған ысулдарға йәһәт күсә. Мәҫәлән, заманында "шапалаҡ" ("ҡаба" йәки "һуҡҡыс" та тиҙәр) тигән ҡулаймаға "Тиҙ генә һуғабыҙ, рәхәт кенә шапалайбыҙ, ике-өс ҡат ҡабалайбыҙ!" тип ҡалай тиҙ күстеләр. Ләкин бер аҙҙан шапалаҡтың бер әтнәкәһе-етешһеҙлеге асыҡланды: дебеттең төпрәһен һөҙөп алып ҡала алмай ул. Шапалаҡтан ғына үткән дебет ялтырап тормай, тоноҡ, ауырыраҡ була, сөнки мамыҡтың ҡыҫҡаһы-вағы айырылмай, ҡушылып китә, шунан шәл сифатына зыян килә: мамығы бешегә, төҫө асылмай, ҡойола, һ.б. Тимәк, боронғо аяға етмәй. Аялар хәҙер бик һирәк осрай, эшләүсе оҫталары булмағас, ҡайһы бер яҡта "ая" тигән эш ҡоралы хатта музейға инеп боҫҡан...
Бына бер өйкөм ҡатындар шәлгә дебет әҙерләүҙең рәт-сиратын күрһәтә. Йәнәһе: "Аптыранығыҙмы? Аптырамағыҙ!" Кемеһе ҡыллай, береһе дебет аялай. Икенсеһе шапалаҡты сығара ла ипләп кенә кире йәшерә, сөнки бая әйткәнемсә, күптәр уны ҡулланмаҫҡа тырыша. Өсөнсөһө ҡул менән ылғый ғына иләп ултыра. Бер-нисәһе сит башлап, урта теҙеп, шәлде нисек бәйләүен күрһәтә...
Ә мин Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда йәшәгән бер апайымды уйлайым. Уның бала саҡ иҫтәлеге ошо ауылға бәйле ине: "Баймаҡ яғында Йүкәләр тигән ауылда баҡыр ятҡылығы бар икән, унда ҙур һуғыштан алда (Бөйөк Ватан һуғышы) шахта асылғас, минең атай шунда эшкә китә. Беҙҙең Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен яғы йәштәре шунда ағыла. Аҡсалы, тип, ҡапылда йәшәргә барак бар, тип, көслө йәш ирҙәр шахтаға тула, арттарынан ҡатындары, балалары ла бара. Йүкәләр ауылы шулай барлыҡҡа килә, шулай ҙурая ул. Йыйынтыҡ халыҡ. Бөтәһенә бер эш - ҡара яҙҙан ҡара көҙгәсә ер соҡоу, боҙло һыуҙа алтын йыуыу... Минең атайым да, балалары менән ҡуша, ғаиләһен алып килергә була. Ҡыш көнө, март айы. Ағас ҡул санаһына өс баланы, ике кәзә бәрәсен һалып алалар. Шул сананы һөйрәп, Күгәрсен районы Түкәт ауылынан ошо Йүкәләргә хәтле йәйәү атлайҙар. Миңә өс йәш, мырҙама ике йәш, йәнә бер сабый ҡыҙ балаға туғыҙ ай ғына булған. Саҡ-саҡ ҡына иҫләйем. Барып еткәндә бәләкәй ҡыҙ юрған эсендә тонсоғоп үлгән була. Баракта оҙаҡ йәшәнек. Теге ике кәзә бәрәсе эшкинеп китә. Атайым тәҙрә төбөндә генә таҡтанан һарай эшләй. Кәзәләр ит тә булды, дебет тә бирҙе, ылаҡтары булһа, беҙ тәҙрәне асып, бүлмәгә индереп уйната торғайныҡ. Әсәйем ғүмер буйы дебет шәл бәйләне. Мәктәптә төрлө милләт балалары бергә уҡыныҡ, башҡортса һөйләштек..."
Бына ҡайҙан икән был дебет шәл бәйләү тарихының башы! Тимәк, Ейәнсура, Күгәрсен яғының дебет кәзәләре Уралтау һырты аша Таналыҡ далаларына ла күсеп таралған һәм, ауылына ҡарап, шәлселәр ҙә боронғо кәсепте дауам иткән. Ләкин баймаҡтар бөгөн дә ысын кәзә дебетен һаман да Ейәнсураның Байыш, Ҡарғалы, Алабайтал, Ярғайыш, Өмбәт ауылдарынан барып алыуын йәшермәй. Тимәк, башҡорт дебет кәзәһе үрсетеү өсөн таулы-ҡаялы төбәк кәрәк. Ҡаҡ яланда йә ҡара урманда кәзәнең мамығы үҙгәрә. Мәҫәлән, Бөрйән төбө - Иҫке Собханғол ауылы янында ла көтөү-көтөү кәзә йөрөй. Йәй буйы урманда, ҡая башында йәшәй улар, хужалары, ҡышҡылыҡҡа йортҡа индерә алмаһалар, атып та алғандары бар. Кәзәләренең мамығы арҡаһында килеш ойошоп, кейеҙләнеп китә. Бүре тешенән дә һаҡлай, йылыға ла килә был ҡоршау. Әйткәндәй, борон башҡорт яугирҙарының ҡалҡаны шулай һарыҡ, кәзә мамығын аралаштырып баҫылған кейеҙҙән булған: еңел дә, уҡ-ҡылыс та үтмәй, ябынып-түшәүгә лә ҡулайлы.
Сәхрә лә тинек, ялалҡа ла тинек Ишмырҙа ауыл мәҙәниәт йортоноң фойеһын, бында беҙгә, алыҫ юлдан килгәнһегеҙ, тип йәнә буҙа һәм айран тәҡдим иттеләр. Моҡас ауылынан Римма Ғәзимова үҙенең ғәжәйеп "ҡойолтмағы" менән бында ла һыйланы. Икенсе Этҡолда тәүләп күргәнгәме, ҡойолтмаҡтың рецебын бутағанмын. Уны "ҡатыҡтан яһала" тип яңылыш яҙып та ҡуйғанмын. Римма уны дөрөҫләп, былай һөйләне: "Әсәйем ҡойолтмаҡты яңы баҫылған ҡороттан эшләне. Эш тәртибе: әсәйем ҡаҙанда эркете менән ҡуша ҡайнаған ҡоротто һыуытып, киндер тоҡҡа һалып, бер нисә көн һарҡытып, эркетенән айырғас, тоғонан бушата. Ҡоротто оло табаҡҡа ауҙарып һалып, тасҡый. Йәғни ҡамыр баҫҡан ише баҫа (йәне теләгәндәр бер юлы аҡ май йә ҡаймаҡ ҡушып та тасҡый. Ғәҙәттә, беҙ бер ни ҙә ҡушмайбыҙ, шулай тәме оҙаҡ һаҡлана). Шунан ҡоротто йомарлап алып таҡтаға теҙеп елләтергә ҡуя. Ә табаҡта йәбешеп ҡалған ҡорот өҫтөнә аҙ ғына һөт ҡойоп ебәрә, ҡалған ҡорот менән бергә ҡушып һөттө туҡый. Шуға бер ҡалаҡтай ғына ҡарағат йә сейә ҡайнатмаһының шыйығын өҫтәй. Йәнә туҡый ҙа сеүәтәгә ҡойоп, беҙҙе саҡыра. Һәр ҡайһыбыҙға бер ағас ҡалаҡ тоттора. Баяғы ҡоротло, һөтлө, шәкәрле ҡайнатмалы ашамлыҡты ҡалаҡ һыртына ғына яғылдырып алып, ялап ҡына туйынабыҙ. Иҫ киткес тәме һаман телдә, инде ҡалайтайым? Оноторлоҡ түгел. Ана шул тәмде хәҙерге балалар ҙа белһен тип, әйҙә эшләйем дә эшләйем ҡойолтмаҡты. Еләген дә, һырғанағын да, хатта сливаһын да ҡушам - һуттарын! Отһағыҙ, отоп алығыҙ, отмаһағыҙ, ялап ҡалығыҙ! Өйөгөҙгә ҡайтҡас, онотмағыҙ, ҡойолтмаҡ яһап һыйланығыҙ!"
Бына тағы бер "Аптыранығыҙмы? Аптырамағыҙ!" Тимәк, "ҡойолтмаҡ" йәш шыйыҡ ҡороттан эшләнә. Риммаға рәхмәт әйтеп, уҙабыҙ артабан.
Шул саҡ ир-егеттәрҙең береһе телгә килде. Ишмырҙа ауыл биләмәһе етәксеһе Заһир Ҡашҡаров икән. Уның бик тә мәғлүмәтле сығышын ауыҙ асып тыңланыҡ: "Таналыҡ йылғаһына Көҙән тигән бәләкәй генә һыу килеп ҡойған урында Ишмырҙа ауылы ята, халыҡ телендәге атамаһы - Йүкәләр. Бында дүрт йөҙләп йорт, бер мең ярым кеше йәшәй. Игенселек менән малсылыҡ - бөгөн төп эш урыны. Ауылдың Ишмырҙа тигән рәсми атамаһы 1795 йылда ҡағыҙға төшә. Ул Ишмырҙа Бүлтерәков тигән кешегә бәйле. Ишмырҙа үҙе Әпек (Бәхтигәрәй) ауылынан була. 1795 йылдан бөтә башҡорт халҡына казачий-хәрби бурыс тағылған һәм, боронғо ырыу-олос ерҙәре кантондарға бүленеп, номерҙар менән генә билдәләнеп киткән осор. Рус дәүләтенең көнсығыш сиктәрен, Яйыҡ буйын һәм Ырымбур ҡалаһын һаҡлар өсөн башҡорттар, казак ғәскәре булып, 25-әр йылға хеҙмәткә алына. Әбей батшаның фарманы менән халыҡ һанын кәметеү, ир-егеттәренән айырып, илде миктәтеү һәм тамам буйһондороу планы шулай көсәйә.
"Йүкәләр" атамаһының килеп сығышы боронғо йүкә ағасын ҡырҡып, һалабаш яһап, йүкә алып, арҡан ишеү менән, тирә-яҡҡа йүкә таратыусы бер кәсеп менән бәйле булыуы мөмкин. Шулай уҡ ауылды нигеҙләгән бөрйәндәрҙең "йүкәләр" тигән бер тармағы тороп ҡалған, тигән һүҙ ҙә бар. Ауыл халҡы тыныс булған, ошо тирәнән үткән-сүткән каруанды, ғәскәрҙе һыйлап-йәүкәләп, имен тороп ҡалған, ҡырғынға эләкмәгән, имеш тә, тиҙәр".
Ишмырҙа ауыл советы 1918 йылда ойошторола. Бөгөн Ишмырҙа ауыл биләмәһенә ике генә ауыл ҡарай, икенсеһе - Богачевка (1910 йылда Богачев атлы Яйыҡ казагы бер нисә иптәше менән ошо"ташландыҡ" ерҙе һатып ала. (Йүкәләр йәүкәләнеп һатып ҡуя, ахырыһы). "Аптыранығыҙмы? Аптырамағыҙ!"
Ни өсөн һатыла был ер? Сере бик ябай. Мәғдән-руда сығарыу һәм эшкәртеү сәнәғәте Бөрйән һәм Түңгәүер башҡорттары өсөн бик борондан таныш эш тармағы булған. Беҙҙең эраға хәтлем 17-18-се быуатта, йәғни бынан дүрт мең йыл әүәл йәшәгән Арҡайым ҡалалары ла алтын табыу, баҡыр иретеү үҙәктәре икәне билдәле. Ғалимдар шул замандарҙа уҡ Баҡырүҙәк, Таналыҡ, Солтан алтын-баҡыр рудниктары булғанын яҙа. Яңы эра тарихындағы йылъяҙмасылар былай ти: бөйөк Ебәк юлы каруандары Көньяҡ Уралға ынтылған. Башҡорт сауҙагәрҙәре лә Урал алтынын тейәп, алыҫ Иран, Афған яғына уҡ дөйәләр менән барып, "ҡыҙыл мал" тейәп ҡайтҡан. "Ҡыҙыл мал" тигәне - парсалы тауар, фарфор һауыт-һаба, хуш еҫле тәмләткестәр, ҡорал булған. Алтын Урҙа дәүерендә лә Көҙән, Байҡара рудниктарының байлығын Таналыҡ йылғаһы буйлап ҡыш буйы саналарҙа ташығандар. Ил тарихсылары яҙғанса, 1933-1936 йылдарҙа был төбәктән яртылаш алтындан торған баҡыр рудаһы тулыһынса сит илгә оҙатыла. Һатылмай, ә оҙатыла. Айырмаһы бар. Тимәк, Совет илен аяҡҡа баҫтырыуҙа башҡорт алтыны ҙур роль уйнай. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла ике тоннанан ашыу башҡорт алтыны Американан хәрби катерҙар һәм самолеттар алыуға - лизингка тотонола. Ә беҙ өшөп-туңып, ҡараһына ҡатып кәкрәйеп, шахталарҙа, шурфтарҙа мәғдән сығарған һәм боҙло һыуҙа яҙҙан ҡара көҙгә саҡлы алтын йыуған ябай халыҡтың көнөн күҙ алдына килтерәбеҙ, бөгөнгө көнөн уйлайбыҙ. Бөгөнгө көнөнә лә шөкөр итә беҙҙең башҡорт. Алай ҙа беҙгә Хоҙай шундай киң күңел, тәрән сабырлыҡ биргән. "Беҙҙең халыҡ бер ҡасан да былай рәхәт йәшәмәгән, булған тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ", - ти ағинәйҙәр. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Уйлап ҡараһаң, аптырарлыҡ халҡыбыҙҙың сабырлығына. "Аптыранығыҙмы? Аптырамағыҙ!"
Ишмырҙа мәҙәниәт йортонда китапхана мөдире Ләлә Теләүсина ғорур ғына һүҙ ала: "Бөтә кешегә билдәле, Ырымбур шәленең нигеҙендә беҙҙең башҡорт шәле ята. 1867 йылда Парижда Бөтә донъя оҫталар күргәҙмәһе үтә, унда башҡорт шәле тәү тапҡыр Ырымбур губернаһы исеменән ҡуйыла, шунан ошо исем менән телгә алына башлай, тарихҡа инә. Өй һайын һарыҡ-кәзә йөнөнән шәл һуғып, башҡорт ҡатыны, ябыныу өсөн генә түгел, кәсеп өсөн, килем алып донъя көтөр өсөн шәл бәйләү менән шөғөлләнә. Беҙҙең ауылда шәлселәр бихисап".
Артабан ауылдың ағинәйҙәр төркөмө етәксеһе Тотманова Гөлгөнә дауам итә: "Йүкәләрҙә электән дан тотҡан шәлселәр булды. Уларҙың үҙҙәренең кәсебе тураһында йор тел менән әйткәне әле лә иҫтә. Мәҫәлән, Миңлеямал Ишмырҙина инәйҙе һис онотмайбыҙ. Уның, үҙе әйтмешләй, "йоҡлағанда ла ҡулынан энәһе төшмәне". Шәлен "ҡойолтоп бәйләп" ултырҙы. Уға етәрәк Мәғүзә Яҡупова апайыбыҙ ҙа йәше туҡһанға еткәнсе бәйләмен ҡулынан төшөрмәне, Хәлиҙә Тотманова еңгәбеҙ ҙә шәл бәйләп донъя көттө..."
Төркөм башында ултырған Саҙиҡа апай Тотманова кәзә малын яҡлап хәбәргә ҡушыла: "Кәзәне күп кеше малға иҫәпләмәй. Ә ул иң аңлы, аҡыллы, таҙа хайуан. Һайлап ҡына бесәнен ашай, таҙа йылы һыу ғына эсә ул. Бындай ипле булыуы - үҙе тәртип. Артыҡ йылыны ла, бик һыуыҡты ла яратмай кәзәбеҙ. Февраль уртаһында уҡ дебетен тарап алабыҙ. Тәүҙә һирәк тараҡ, аҙаҡ йыш тараҡ менән тарайбыҙ. Өйгә тарарға алып инһәм, аяғын бәйләмәйем, кәзәм бүкәнгә йә эскәмйәгә үҙе менеп кенә ята, тыңлай әйткәнде. Бер ҡат тарайһың, арҡаһындағы матур ҡалҡҡан мамығы сыға, ә муйындағыһы ҡала. Икенсегә тарайбыҙ бер аҙнанан, уныһы ҡыллыраҡ була. Шундуҡ ҡыллап, ҡылын таҙартып алабыҙ..."
Йәнәшәлә күргәҙмә лә гөрләй: Таңһылыу Әфләтүнова ҡабалай, Саҙиҡа инәй Тотманова иләй башлай. Зөлфиә Солтанғолова дауам итә: "Кәзә мамығының төрлө ерҙән алынғаны төрлө сифатлы була. Муйыны, арҡаһы, ҡорһағы, ҡултыҡ аҫты кеүек ҡаһыҡ урынынан алған мамығын аҙаҡ бик ентекләп кенә ҡушаһың, шуға ике-өс мәртәбә ҡабанан үткәрәһең. Машинкала иләйбеҙ, ҡатлыҡ епте - шленканы айырым сиратабыҙ, ҡуша иләгәндә сираҡ була, шуға дебет епкә ҡуша ойоша ла яҡшы ҡабармай . "Түпрә, төпрә" тибеҙ, уныһы нәски бәйләргә генә ҡала..."
Гөлгөнә Тотманова артабан тарих һөйләп ташлай: "Шәлде беҙҙә борон һуҡҡандар. Бәйләгәндәр башлыҡты, тула ойоҡто! Шунан шәл бәйләй башлағандар. Әҡлимә Булат ҡыҙы үҙенең станогы менән килгән, хәҙер шуны күрһәтә..."
Янып-балҡып торған Әҡлимә Әфләтүнова һүҙ башлай: "Магнитогорскиҙа кәзә мамығын ҡабалай торған тимер тешле машинка бар икәнен ишеттем дә, яҙҙырып алдым. Ҡабанан үткәргәнде тағы ла нығыраҡ таҙартып, тетеп-ҡабалап-аялап бирә. Бер сәғәттә тетеп бирә бер шәллекте. Әҙме-күпме ҡылы ла, төпрәһе лә айырылып ҡала. Ысҡындырып алғанда һыпырылып ҡына сыға, йәтеш кенә әйләндереп алабыҙ..."
"Аптыранығыҙмы? Аптырамағыҙ!" Әңгәмә ҡыҙа... Яратҡан тема - шәл хаҡында һәр кем үҙе белгәнен әйтә. Шәл оҫтаһы Зөлфиә Солтанғолова йәнә уртаға сыға: "Беҙҙең дебет йылы, йомшаҡ, тере. Шәлде ябыныуҙың да рәте бар. Бер урыны бешегеп, йоҡарып китмәһен өсөн, бер ҡалып менән генә ябынмағыҙ. Ҡарға һалып тапап алығыҙ. Уны йышыраҡ ҡояшҡа, ҡарлы елгә, ямғырға элегеҙ, шәл уртаһын төрлө ерҙән тотоп ябынығыҙ. Әйләндереп икенсе яғын, икенсе мөйөшөнән дә тартып ябынығыҙ. Беҙҙең дебет шулай уйнатҡанды, һыйпағанды, ҡаҡҡылағанды ярата. Тере кәзә өҫтөнән алынған яҡшы энергетикалы булғанға шулай ул. Кәзәләребеҙ бит мамығын үҙҙәре теләп бирә. Беҙ һуйылған кәзә малының тиреһенән йөнөн ҡырҡып алмайбыҙ. Йырлай-көйләй, маҡтай-маҡтай өҫтөнән генә тарап алабыҙ. Мин үҙем дебетте Ейәнсуранан, Ҡарғалынан алам. Улар кәзәгә япраҡ бесән ашата. Һоло, ваҡ ашлыҡ бирә. Беҙҙә ҡылған бесән, ҡылған уғы кәзәнең тәненә ҡаҙала, шул хәтле йонсота. Кәзә өҫтөнә бер ҡасан да бесән ырғытмайҙар. Алдына улаҡҡа ғына ваҡ япраҡ бесән һалалар..."
Әҡлимә Булат ҡыҙы йәнә ҡушыла: "Кәзә килограмға хәтле дебет бирә ул. Уның муйынын айырым тарайһың. Муйын дебете - хазина, оҙон, ялтыр, бөҙрәләнеп тора, нәҙек тә, ныҡ та - һуҙылып тора. Бер шәлгә етә оло тәкә муйынынан алған дебет! Иң матуры шул. Артабан ҡорһағынан янбашына хәтлем айырым тарап алаһың. Бында йылы, ҡыҫҡа, йомшаҡ дебет үҫә. Арҡаһында үҙенә башҡа бер дебет - эре, шыртыраҡ, әммә ныҡлы, оҙон була. Ҡыһыҡ еренән мамығын йәнә айырым тарайһың. Уныһы ҡыҫҡа, ваҡ була, бейәләй-нәскигә китә..."
"Аптыранығыҙмы? Аптырамағыҙ!" Күренеп тора: ысын шәлсе кәзә тигән малды ла бик ярата бит ул. Ай-буй, тип уйлап торам, дебет кәзәһен ҡалай ныҡ белә ләбаһа былар. Тимәк, яраталар! Тимәк, сәм менән ғәм етерлек! Әгәр былай тейешһәләр, баймаҡтар Ейәнсураны үтеп китмәгәндә лә, Мәләүез-Ғафуриҙы артта ҡалдырасаҡ. Былай булһа, бер-ике йылдан Ишмырҙа ауылы клубы янында "Йүкәләр шәле" тигән халыҡ оҫталары клубы асылмаҫ та, улар республика күргәҙмәләрендә еңеүсе булмаҫ, тимә. Улар бары тик традицион башҡорт шәлен бәйләүҙе һаман да дауам итеп, белгәндәрен тағы ла нығытып, республика шәл фестивалдәрендә сығыш яһаясаҡ - "Йүкәләр шәле" халыҡ клубы" оҫталары. Эй шәп булыр ине өсөнсө меңъйыллыҡта ла: "Көньяҡ Уралдағы башҡорт ауылдарында ҡатындар өй һайын кәзә дебетенән шәл бәйләй һәм шуның менән донъя баҙары кимәленә сығып, бөтә Ер шарын мамыҡ шәлгә - башҡорт шәленә урай!" - тип тарих битенә яҙып ҡуйһалар. Йыйын бара, ә Ишмырҙа ауыл биләмәһе башлығы Заһир Ҡашҡаровтың телмәрендәге мәғлүмәттәр һис иҫтән сыҡмай: "Бөгөн 981 кеше йәшәй Ишмырҙала. Уҙған 2020 йылда 10 бала тыуған, 11 кеше үлгән. Ауыл бер йылда 13 кешегә кәмене, сөнки йәш ғаиләләр ситкә күсеп китә. Тыуым кәмей, демографик хәл шәп түгел. Беренсе класта ни бары туғыҙ бала уҡый. Ишмырҙа менән Богачевка ауылдарынан 174 кеше - ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа ситтә аҡса артынан йөрөй. Шул арҡала күп ғаиләләр бик ауырлыҡ менән көн итә, тарҡала, балалар тыумай ҡала. Ике ауылға дүрт фермер, ике КХА эшләй. Беҙ Баймаҡ районы сигендә, Йылайыр районына ҡараған Юлдыбай, Әбделкәрим, Ҡыуат ауылдарына яҡынбыҙ, күберәк улар менән ҡатышып йәшәйбеҙ. Спорт ярыштары, ауыл эсендә урам-ара байрамдар үтә. Мәктәп, фельдшер, мәҙәниәт йорто бар. Быйылғы сәләмәтлек һәм әүҙем көн итеү йылында беҙ күршеләр менән мәҙәни-спорт эстафеталары үткәрәбеҙ, уларҙы йомғаҡлап, бер байрамса йыйын яһарбыҙ, тибеҙ. Ағинәйҙәргә, әүҙем, аҡыллы тормош яҡлы, уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға таянып эшләйбеҙ, улар - төп ярҙамсылар. Ир-егеттәр, балалар менән бергә төрлө саралар үтә. Ағинәйҙәр бөтә эште лә булдыра, йәшерәктәре хатта демографик хәлде яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә..."
Ағинәйҙәр - йәмәғәт ойошмаһы ағзалары. Улар - төбәктәге халыҡтың көҙгөһө. Мәҫәлән, Баймаҡтар - бигерәк тә үҙенсәлекле халыҡ. Юғарынан килгән түрәләргә рәхмәт әйтә, арҡаһынан ҡаға, йәлләй, уңыштар теләп оҙатып ҡалалар. Әммә улар бер ҡасан да түрәләрҙән үҙенә кәрәк нәмәне һорамай, ауыҙы тулы ҡара ҡан булһа ла, кеше алдында төкөрмәй. Башын эйеп, теләнселәп, юл да, күпер ҙә, эш урыны ла, мәсет төҙөүҙе лә һорамай. Пай ерҙәрен эләктереп алып, хәҙер ни теләһә, шуны ҡыланған сит-ят әҙәмдәрҙең башбаштаҡлығын да ошаҡлап бармайҙар. Ә былайтыу дөрөҫмө? Был һорау һауала эленеп ҡалды... "Аптыранығыҙмы? Аптырамағыҙ!"
Кинәт беҙ Ишмырҙа ағинәйҙәре араһында ноҡот һалып ултырған бер ҡатынды күреп, шып туҡтаныҡ. Көпә-көндөҙ, ҡояш көлөп торғанда, бөтә ғәм уртаһында ноҡот һалып ултырсәле! Быныһы ла баймаҡса - асыҡ һәм ябай. Ноҡотсо аҡлы-ҡаралы таштарын бүлгеләй, янына һыйынып ултырған кешенең бары тик өмөтөн нығыта, яҡшыға табан юл күрһәтә. Ысынлап та, ағинәйҙәр хатта аҡ магияны ла ашатлап үтмәй, ырым-ышаныуҙы ла араларына алып, халыҡтың өмөт шәмдәрен ҡабыҙыусы бер серле ҡатламын, һин - үткән заман, һин - әкиәт, тип ҡыр типмәй. Борондан илдә күрәҙәсе лә, ноҡотсо ла, фал китабын асыусы ла булған. Улар барыһы ла кешене үҙенең тормошо, юғалтыу-табышы хаҡында уйланырға, һаҡланырға йә дөрөҫ йәшәргә өйрәткән. Ноҡотсо бушаған арала тиҙ генә янына ҡунаҡланым. Һорауҙы уға түгел, таш өйөмөнә "бирәһең". Йәғни ташты усың менән ҡаплап, эстән генә ниҙер уйлайһың. Ноҡотсо бик яҡшы итеп юраны, бөтә уйымды һәйбәткә көйләне. Исеме Тәнзилә Әфләтүнова икән. Рәхмәт яуһын ошо халыҡсан йән дауалау алымын һаҡлаусыға! Эргәлә генә әллә күпме кеше ҡот ҡойоу барышын күҙәтә. Ҡот ҡойоусы Сибәрбикә Теләүсина рәхәтләндереп шик-шөбһәнән "таҙартып" ебәрә. Бына тағы ла баймаҡса бер күренеш. "Аптыранығыҙмы? Аптырамағыҙ!"
Ул арала Сибай ағинәйҙәре етәксеһе Венера Йәнбәкова боронғо алмиҙеү тураһында һүҙ башланы: "Сибайҙа үҙәк китапханала һаҡал, иҙеү, алмиҙеү яһарға өйрәнеү буйынса түңәрәк эшләтеп ебәрҙек. Ваҡыт табығыҙ, бергәләп килеп өйрәнегеҙ. Күсей ауылы ҡатын-ҡыҙҙарында һаҡланған боронғо селтәр өлгөһө Сибайҙағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана, инеп ҡарап сығығыҙ. Ғатаулла хәҙрәттең ике ҡатынын ике яғына ҡуйып, 1905 йылда төшкән фотоһы ла һаҡлана унда. Был ҡатындарҙың фотолағы алмиҙеүҙәренә ҡарап, әле шул өлгөләрҙе тергеҙеү эше бара. Ғөмүмән, боронғо өлгөләргә битараф булмағыҙ, уларҙың милләт байлығы икәнен онотмағыҙ. Үҙебеҙҙең әсәй-өләсәйҙәр кейгән селтәр, һаҡалдарҙың өлгөләрен тергеҙегеҙ, йәш быуынға беҙ уларҙы дөрөҫ кенә итеп тапшырырға тейешбеҙ..."
Баймаҡ районы ағинәйҙәре етәксеһе Гүзәл Монасипова ла үҙ теләктәрен әйтеп ҡалырға ашыға: "Эштәрҙе, кәсептәрҙе өйрәнгән саҡта бик иғтибарлы һәм һүҙҙәргә, атамаларға һаҡ булығыҙ. Терминдарҙы ныҡлап һорашып өйрәнегеҙ. Беҙ хәҙер бик күп аралашабыҙ, сығыштар яһайбыҙ. Хәтерҙәгеләрҙе тергеҙәйек, улар тураһында сатнатып һөйләргә лә, фекер алышырға ла, үҙ фекереңде яҡларға ла өйрәнәһе бар әле беҙгә. Йолаларҙың күбеһен онота яҙғанбыҙ, ләкин күмәкләп ултырып аралашҡанда, һүҙгә һүҙ эйәреп, уларҙы иҫкә төшөрөргә була икәнен хәҙер үҙ тәжрибәбеҙҙә беләбеҙ бит инде. Мәҫәлән, был арала яҙ көнө үткәрә торған йолаларҙы барлап алдыҡ, ыуыҙ ҡоймағына, баш итенә ҡунаҡ саҡырыу, ҡар һыуына барыу, һәм башҡа йолаларҙы берләштереп, яҙғы байрамдар үткәрҙек. Үҙебеҙҙең милли яҙғы байрамдың бер дөйөм күренешен, сценарийын булдырып, башҡаларға ла таратырға ниәтләп торабыҙ..."
Артабан Ишмырҙа ағинәйҙәре үҙҙәрен борсоған түбәндәге һорауҙар буйынса бергәләп фекер алышты: "Ҡыя хәситәбеҙҙе Татарстанға алып киттеләр. Беҙ өндәшмәгәс, яйлап ҡына милли хазиналарыбыҙҙы урлай башланылар. Ә ғаиләләребеҙҙә һаҡланған элекке фотоларҙа хәситәне әсәһе лә, бәләкәс ҡыҙы ла кейеп ултыра. Ошондай үҙебеҙҙең ҡомартҡы биҙәүестәрҙе тиҙерәк тергеҙһәк, бик урлаша һалып бармаҫтар ине һымаҡ..."
"Салауат районында башҡорт ҡалпаҡтарын тергеҙәләр. Ҡалпаҡтың биш-алты төрө бар: сикә ҡалпаҡ, мәрйен ҡалпаҡ, тәңкәле ҡалпаҡ, ҡайыулы ҡалпаҡ, тупый ҡалпаҡ, уҡалы ҡалпаҡ тигән төрҙәрен кейгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары. Йылайыр ағинәйҙәре һарауыстарҙы тергеҙеүгә тотондо. Ҡыя сәнсеп сигелә торған һарауыстар бик күп башҡорт орнаменттарын, тарихын сағылдыра. Учалы ағинәйҙәре иһә сарыҡ, ҡата кеүек аяҡ кейемдәрен яһап, ҡулланыуға индерә башланы..."
"Ҡомло Ғәрәбстандан килгән йола ул - пәрәнжә бөркәнеү. Беҙҙең ҡатындарҙың яулыҡ, ҡашмау, таҫтар кеүек бына тигән баш ябыуы бар, улар сәсте йыя, елкә-муйынды тулыһынса ҡаплай ала. Төрөк йәки ғәрәп турпышаларын, япмаларын бөркәнеп йөрөмәһәк тә, беҙ үҙебеҙҙең милли башҡорт кейемендәге өлгөләр менән йөрөй алабыҙ. Беҙҙең башҡорт халҡы мең йылдан артыҡ борон уҡ Ағиҙел, Иҙел-Волга буйында, Көньяҡ Уралда Ислам динен ҡабул иткән. Ғәрәп илселәре, сәхәбәләре был хаҡта асыҡ яҙып ҡалдырған. Ул заманда Көньяҡ Уралда - Иртыштан Волгаға саҡлы башҡорт тигән ҡәүемдән башҡа бер генә халыҡ та булмаған! Шул дәүерҙән алып йәшәй милли йолаларыбыҙ ҙа, милли кейемдәребеҙ, биҙәүестәребеҙ ҙә..." "Кем ул ағинәй? Был һорауҙы һәр ҡайҙа бирерҙәр. Яуап та бирә белегеҙ. Өс баҫҡысы, Аллаһы тарафынан беҙгә тыумыштан бирмешле өс шарты бар ағинәйлектең. Беренсеһе: ағинәй - ул милли телле. Туған телендә һөйләшә, йырлай, балаһына әкиәт һөйләй, йомаҡ ҡоя, таҡмаҡлап бейетә, күршеһенә сәләм бирә, китап уҡый, милли матбуғат алдыра. Туған телен үҙ өйөнән башлап һаҡлаусы, бөтә донъяла ҡалҡандай яҡлаусы була. Икенсе шарт: ағинәй - ул милли кейемле, йәғни үҙ халҡының өҫ-башын ҡаплаған һәр кейемде белә, өйрәнә, тарата. Тормош-көнкүреш ҡаралтыһын да белә, өйрәнә, ҡуллана. Милли кейем кейеп ғәйбәт һөйләү, араҡы эсеү, араҡылы табында ултырыу ҙа ҙур гонаһ, вәхшилек, аңһыҙлыҡ. Быны ағинәй белә. Өсөнсө шарт: ағинәй - милли ашлы. Ул ғаиләһенә, балаһына, туғандарына борондан кәрәкле һәм шифалы булған милли ризыҡтар бешереп ашата, уларҙы әҙерләй белгәндәрҙе күтәрә. Ул ейәненә чупа-чупс, лайс тоттормай, милли аштың тәме телендә ҡалырҙай итеп сөсикмәк, ҡоймаҡ, үлән сәйе, йәшел үлән ашы, баллы һыуҙар һәм башҡа тәбиғи һыйҙы ғәҙәти ризыҡҡа әйләндерә. Уларҙың кешегә файҙаһын аңлата, башҡа яһалма нәмәләрҙән айырмаһын өйрәтә. Шулай итеп: милли тел, милли кейем, милли аш. Ошо өс тамыр Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан намаҙ шарты менән берегә. Күңеле менән гел намаҙҙа ул ағинәй..."
"Нисә йәш һуң ағинәйгә? Иманым камил, ағинәйлек биш йәшлек ҡыҙ балала башлана. Ул матурлыҡҡа, тәртипкә, белемгә, ғәҙеллеккә ынтыла. Ҙурая килә, үҫмер ҡыҙ ҙа шулай: мөхәббәт, саф күңел, тоғролоҡ, булдыҡлы һәм уңған булыу - уның идеалы. Йәш кәләш, бала күтәргән йәш ҡатын да шулай уҡ донъяла бары тик мөхәббәт, матурлыҡ, уңғанлыҡ, тыныслыҡ, именлек, барлыҡ ҡына теләй. Ошо ағинәйлек сифаттарын ҡатын-ҡыҙ ғүмер буйы юғалтмай. Тимәк, һәр ҡатын-ҡыҙ тыумыштан - ағинәй. Уға ошо изге бурысын үтәргә генә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙ шуның өсөн дә бөтә йәштә лә хөрмәткә, ышанысҡа, мәрхәмәткә мохтаж һәм лайыҡ булып ҡала. Һәр ҡатын-ҡыҙ ағинәй була ала һәм бары тик яҡшы сифаттарға эйә булырға ынтыла. Бары тик ҡатын-ҡыҙ был хаҡта ҡысҡырып йөрөмәй. Мин ағинәй, беҙ ағинәй, тип, бер Аллаһы Тәғәлә алдында үҙ бәндәлек бурысын атҡара ҡатын-ҡыҙ. Уның битен йыртып, "Һин шулай түгел, һин былай инең", тиеүселәр иң тәүҙә кеше йөрәгенә тыумыштан һалынған ағинәйлек сифаттары хаҡында уйланһын ине. Улар - сәскә атырға торған гөл кеүек саф һәм ҡәҙерле сифаттар, уларҙы кире ҡағыу, баҫырыу йә мыҫҡыллау бер генә бәндәне лә, йәмғиәтте лә яҡшыға алып бармай..."
"Аптыранығыҙмы? Аптырамағыҙ!" Былар - Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары алдына ҡуйылған бурыстар, талаптар һәм маҡсаттарҙың иң мөһимдәре. Улар хаҡында ағинәйҙәр йыйылған һәр йыйында, һәр сарала һөйләнә, иҫкә алына, иҫкәртелә килә...
Шулай итеп...
Ишмырҙа-Йүкәләр ауылынан беҙ ошондай уй-хистәрҙә сығып киттек. Ҡырҡ яҡтан ҡырҡ төрлө лөғәт килеп уҡмашҡан был ауылда. Шахталағы һәм алтын йыуыуҙағы ауыр эшкә, ҡырыҫ тәбиғәт һынауҙарына, тоҡом тамырҙарын ҡоротҡан эскелеккә, тормош етешһеҙлегенә сабырлыҡ һәм өмөт менән ҡаршы торған, бары тик инсафлыҡ менән миһырбанлыҡ арҡаһында ғына халҡы ихлас һәм һөйкөмлө булып ҡалған. Ә ағинәйҙәр иһә ауылдың бөтә кешеһен бергә туплай: ауыл советы, мәҙәниәт йорто, мәктәп - һәммәһе бергә. Тимәк, Йүкәләр әле сәскә атыр!
"Аптыранығыҙмы? Аптырамағыҙ!" Уйынлы-ысынлы һорауҙар ҡуя-ҡуя ерҙә тормош дауам итә.
Сәрүәр СУРИНА.
Сығанаҡ:http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=4929