Бөтә яңылыҡтар

ДӘҮЛӘТ ЯРҘАМЫ МЕНӘН БИЗНЕСЫН ҺАҠЛАП ҠАЛҒАН

#нацпроект

“СУШИ HAUSE” кафеһы Үрге Тәтешле ауылының уртаһында урынлашҡан. Шәхси эшҡыуар Инга Арыҫланова 2016 йылда асҡан кафе барыһының да яратҡан урынына әйләнгән. Бында ролл, пицца менән һыйланырға, дуҫтар менән осрашырға мөмкин. Даими рәүештә, бигерәк тә байрам көндәрендә эшҡыуар акциялар ойоштора, был клиенттарҙы артыуына килтерә.
“Пандемия башланғас, эш рәүешен үҙгәртергә тура килде. Заказдарҙы өйгә алып бара башланыҡ. Был эш урындарын һаҡлап алып ҡалыуға булышлыҡ итте. Эш хаҡы түләүгә, профилактик һәм дезинфекция саралары үткәреү өсөн компенсацияға 162 300 һум кире ҡайтармай торған дәүләт ярҙамы алдым. Үткән йылдың йәйендә ниңәлер бизнесымды үҫтерергә булып киттем. Эшҡыуарлыҡ өсөн “ҡара һыҙат” үтеп китеренә өмөтләнеп, ҙур банкет залын ҡуртымға алдым. Әле үҙемдең яңылышмағанымды аңланым. Кафе һәм ресторандар эшмәкәрлеге яңырғас, банкет залына килеүселәр күп булды, тантаналар үткәрҙек. Хәҙер 90 һәм 25 кешелек ике зал эшләй”, – тип һөйләй Инга Арыҫланова.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә РФ Хөкүмәте бизнесҡа ярҙам итеү өсөн саралар күрҙе. Районыбыҙҙағы был предприятие үҫеш өсөн мөмкинлек тапҡанына ҡыуанабыҙ”, – ти Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Рөстәм Фәрхетдинов.
Фото – Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Читайте нас: