Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың 14 ҡала һәм ауылы парк һәм скверҙарҙы реконструкциялауға аҡса ала аласаҡ

#нацпроект

Быйыл йәмәғәт территорияларын булдырыу өсөн федераль бюджеттан 1,77 млрд һум аҡса күсереләсәк, тип хәбәр итте Хөкүмәт кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирина Голованова.
Эштәр «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты һәм бәләкәй ҡалаларҙа, тарихи объекттарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә башҡарыласаҡ.
123 объект буйынса килешеүҙәр төҙөлгән, башҡалары ҡарала. Ирина Голованова әйтеүенсә, Ағиҙел, Дүртөйлө, Мәләүез, Яңауыл һәм Краснокама районының Николо-Березовка ауылындағы конкурс проекттары буйынса эштәр тамамланырға тейеш. Бынан тыш, Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай, Учалы, Мәләүез районының Воскресенск ауылы һәм Йылайыр районының Йылайыр ауылындағы һигеҙ проектты бойомға ашырыу башланасаҡ.
Конкурсҡа тағы 14 ғариза әҙерләнә. Унда Ағиҙел, Бөрө, Бәләбәй, Дүртөйлө, Күмертау, Мәләүез, Межгорье, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Яңауыл, шулай уҡ Кушнарен районының Кушнарен ауылы һәм Ишембай районының Верхотор ауылы инәсәк.
Сығанаҡ: БР селтәр матбуғаты.
Читайте нас: