Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
"Тыуған илем – Башҡортостан!”
11 Март 2021, 08:30
«Урал батыр»ҙы ижад иткән халыҡ балалары беҙ!
«Аҡтирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге Рухиәт байрамына саҡыра.
«Аҡтирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге Рухиәт байрамына саҡыра.
“Ер йөҙөндәге һәр халыҡҡа биргән кеүек, Тәңре беҙгә лә Рух ҡошо биргән. Ул илаһи ҡош халыҡтың күңел йылылығынан көс ала һәм беҙгә оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш, саялыҡ, ғорурлыҡ, ихтыяр көсө рәүешендә рухи ҡеүәт бирә!
Әгәр халыҡ үҙ булмышына хыянат итһә, Рух ҡошоноң көсө кәмей башлай. Теленә, моңона, ижадына һөйөүе һүрелһә, уның ғорурлығы юҡҡа сыға. Бер-береһенә булған күңел тартымы ҡаҡшаһа, ихтыяр көсө кәмей. Киләсәк алдындағы бурыстарын онотһа, оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш та, саялыҡ та селпәрәмә килә. Ә Рух ҡошоноң көсө кәмеһә, халыҡ хәлһеҙләнә...
Оло маҡсаттар, уй-хыял, эшмәкәрлек – ғаилә һаҡлаған йолаларҙа. Халҡыбыҙ һаҡлаған йолалар – ил ҡото, милли хазина. Бер тын алып, бер дин тотоп, бер тыу-байраҡ сөйөп, бер ил-йортто һөйөп мең йыллыҡтар аша данлы-шанлы юл үткән башҡорт халҡы – Урал батыр вариҫтары!
Бөйөк эпосты – «Урал батыр»ҙы ижад иткән халыҡ балалары беҙ. Халҡыбыҙ асылына, Рух ҡошо ҡуйған маҡсаттарға тоғромо беҙ? Киләсәк алдында ниндәй бурыстар тороуын онотманыҡмы? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуапты бергәләп эҙләйек!
Хөрмәтле туғандар, барығыҙҙы ла 15 мартта Рухиәт байрамына саҡырабыҙ. Күркәм тамаша киске 7-лә башлана. Инеү бушлай. Рәхим итегеҙ!” – ти ойоштороусылар был сара хаҡында.
Байрам М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уҙасаҡ.
Фото: «Аҡтирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге.
Сығанаҡ:
https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/Ural-batir-i-igad-itk-n-hali-balalari-be-709384/
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин