Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Граф күле

Ниндәй сер һаҡлай Граф күле?

???? ГРАФ КҮЛЕ
Бик боронғо замандарҙан алып Ирәндектә төрлө металдың күп булғаны, уларҙы ата-бабаларыбыҙ табып-эшкәртеп, ҡулланып йәшәүе билдәле. Бында затлы металл — алтын да борондан күпләп табылған. XVIII быуаттың 40—50-се йылдарында батша властары тарафынан баҡыр сығарыу эше бик әүҙемләштерелгән. XIX быуатта Бөрйән улысы ерҙәрендә алтын сығарыу ныҡ киңәйә, Баймаҡ тау-руда районы барлыҡҡа килә. Бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән алтын эҙләүселәр килеп тула, хатта сит ил вәкилдәре килә.
1894 йылда Бельгия подданныйы, граф Э.В.Роттермунд, рус дворянины А.Коншин менән берлектә, Мерәҫ алтын табыу приискыһында химия заводы төҙөү эшен башлай һәм составында алтын булған рудаларҙы химик эшкәртеү эшен яйға һала. Ошо осорҙа химия заводы эше өсөн Мерәҫ ауылы янында Талҡаҫ күленән һәм Ирәндектәге бер нисә шишмәнән баш алған Таналыҡ йылғаһы быуылып, хәҙер #Граф_күле тип йөрөтөлгән һыуһаҡлағыс төҙөлә.
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе информатор, Түбә руднигы ветераны Әхәт Шиһап улы Этҡолов һөйләүенсә, элек был күл бик ҙурҙан булмай, тик совет осоронда, 1956 йылда хәҙерге ҙур быуа төҙөлә, Граф күле барлыҡҡа килә. Яңы быуаны төҙөү эшенә Ҡаҙағстандан килтерелгән ауыр йөк автомобилдәре - самосвалдар йәлеп ителә, экскаваторҙа эшләгән Әхәт Этҡолов уларға таш тейәй,
йылғаны быуыу буйынса эштәрҙә лә ҡатнаша.
Ф. Сөләймәнов, тарих фәндәре кандидаты
#Башҡортостан#Баймаҡ#Ирәндек#Мерәҫ
Читайте нас: