Бөтә яңылыҡтар

”Һаҡмар” дуҫтарын йыйҙы

Бөгөн “Һаҡмар”ҙар 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзитебеҙгә яҙылыуҙа ярҙам күрһәткән иң әүҙем дуҫтарын йыйҙы.

Бөгөн “Һаҡмар”ҙар 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзитебеҙгә яҙылыуҙа ярҙам күрһәткән иң әүҙем дуҫтарын йыйҙы.

Икенсе Этҡол почта бүлексәһе почтальоны Гөлгенә Назарова, Әбделкәрим почта бүлексәһе начальнигы Гөлнара Булатова, Бикеш почта бүлексәһе почтальоны Людмила Данилова, Ишмырҙа почта бүлексәһе почтальоны Зөләйха Сапарова, Күсей почта бүлексәһе почтальоны Нәйлә Баймөхәмәтова, Ҡуянтау почта бүлексәһе почтальоны Галина Акимова, Мерәҫ почта бүлексәһе почтальоны Миләүшә Килдейәрова, Яковлевка почта бүлексәһе почтальоны Вәзинә Хәлитова, Төркмән почта бүлексәһе почтальоны Ишдәүләт Рәсүлев, Ишмөхәмәт почта бүлексәһе почтальоны Юнир Хәсәнов, Ниғәмәт ауылының ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Рәйсә Иҫәнбаева, Буранбай ауылы китапханасыһы Зәкиә Ғәйетбаева, Бетерә почта бүлексәһе почтальоны Фәйрүзә Күлибаева, Иҫке Сибай ауылы старостаһы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Зөһрә Ғәйнуллина, Сосновка почта бүлексәһе почтальоны Мәүлиҙә Иҫәнбаеваларға Баймаҡ мәғлүмәт үҙәгенең Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Хөрмәтле дуҫтар, киләһе йылда ла “Һаҡмар” менән бергә ҡалғанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер, шатлыҡ-бәхеттәр теләйбеҙ.

Читайте нас: