Һаҡмар
+20 °С
Дождь
Антитеррор
"Тыуған илем – Башҡортостан!”
27 Декабря 2020, 11:50
Сана байрамы үтте
Иҫке Сибай ауылының Ҡарағайлы йылғаһы буйы гөрләп торҙо. Ғаилә байрамы тип иғлан ителгәс, өләсәй-ҡартәсәй, әсәй-атай хатта уҡытыусылары менән башланғыс синыф уҡыусылары ла килгәндәр.
Ҡарағайлы йылғаһы буйында гөрләп сана байрамы үтте. Ғаилә байрамы тип иғлан ителгәс, өләсәй-ҡартәсәй, әсәй-атай хатта уҡытыусылары менән башланғыс синыф уҡыусылары ла килгәндәр. Ҡотлауҙар төрлө уйындар менән аралашып барҙы. Ҡыш бабай шиғыр һөйләтеп, йырлатып-бейетеп тәмлекәстәрен таратты. Ә инде иң ҡыҙығы "Замри" уйыны булды. Ҡыш бабайыбыҙ таяғы менән туңдырып, төрлө һында ҡатып ҡалған уйынсыларҙы көлдөрөп тә иретеүе бик ҡыйынға тура килде. Шулай итеп Гран-приға Мөхәмәҙиевтар ғаиләһе лайыҡ булды. Бер генә ҡатнашыусы ла бүләкһеҙ ҡалманы. Ә инде самауыр ҡайнатып сәй эсереп торған апай-инәйҙәргә рәхмәттәр әйтәһе ҡала. Бағымсы булараҡ сығыш яһаған уңған эшҡыуар ҡатын-ҡыҙыбыҙ Резеда Утарбаеваға бүләктәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Һәр саҡ шулай әүҙем булып ҡалығыҙ. Иҫәнлек-именлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Яңы йыл менән!!!
Миңнур Һунаршина.
Фотоларҙы түбәндәге сайтта ҡарай алаһығыҙ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"