Күптәр ЗАГС бүлеген туй тантаналары менән генә шөғөлләнә, тип уйлай. Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге кеше яҙмышының иң мөһим ваҡиғаларына бәйле. Йәғни тыуғандан алып үлгәнгә тиклемге тормошондағы барлыҡ хәл-ваҡиғаларҙы рәсмиләштереүгә кәрәк булған мөһим ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала.
2020 йылдың 10 айында Башҡортостанда 34408 сабый донъяға ауаз һалған. Был 2019 йылға ҡарағанда 2,9 процентҡа аҙыраҡ.
Ә бына Баймаҡта быйыл 2020 йылда 612 сабыйҙың тыуыуын теркәлгән.. Әйтергә кәрәк, былтырғы менән сағыштырғанда быйыл 29 балаға күберәк тыуған. Ә шулай ҙа был күрһәткестәр үткән быуат һандары менән сағыштырғанда тамсы ғына. 1951 йылда иһә Баймаҡ районында 2993 бала донъяға ауаз һалғаны теркәлгән.
Яңы тыуған сабыйҙарға күберәк ниндәй исем һайлайҙар, тип уйлайһығыҙ? Ата-әсәләр башлыса Батырхан, Әмир, Ибраһим, Мәҙинә, Әминә, Зөлхизә кеүек боронғо исемдәргә өҫтөнлөк бирәләр. Шул уҡ ваҡытта сабыйҙарына Демид, Аман, Эрик, Эмир, Аслан, Ранэль, Белла, Самина, Арина, Рания, Айза, Адия кеүек ят исемдәрҙе ҡушыусылар ҙа бар.
2020 йыл ЗАГС хеҙмәткәрҙәре өсөн бик көсөргәнешле булды, тип әйтергә кәрәк. Сөнки 1927 йылдан алып барлыҡ мәғлүмәттәрҙе дөйөм мәғлүмәт системаһына туплау кеүек ғәйәт ҙур эш алып барылды. Улар 236802 гражданлыҡ хәл акттарын электрон форматҡа әйләндереп, берҙәм дәүләт реестрына һалды. Баймаҡ районы буйынса ЗАГС бүлеге был тәңгәлдәге эштәрҙе планға ярашлы ваҡытында тамамлауға өлгәште. Дөйөм мәғлүмәт системаһы нимә бирә? Был кәрәкле документтарҙы юллау өсөн ҡайҙалыр барып, мөрәжәғәт итеү мәшәҡәттәренән азат итә. Йәғни, ҡайҙа ғына булһаҡ та белешмәләрҙе электрон форматта алырға мөмкин буласаҡ.
Шуның менән ЗАГС органдары гражданлыҡ акттарын теркәп кенә ҡалмай, ә һәр кемдең яҙмышында хәл иткес, әһәмиәтле ролде башҡара, тип әйтергә мөмкин. Шуның менән улар граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән мөһим бурыстарҙы атҡара, ғаилә һәм демографик сәйәсәт һағында тора.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.