Йылдар үткән һайын онотолмай яралар, киреһенсә, үкенес булып йөрәкте ҡанһыратып тора. Йыл да 23 февраль байрамын билдәләгәндә, ошондай ир-егеттәребеҙҙең хәрби хеҙмәте һәм әрме сафтарына барып, ысын тормош мәктәбе үтеп ҡайтыуҙарын үҫеп килеүсе малайҙар күреп белергә тейеш. Чечняла ғына түгел, башҡа ерҙәрҙә хеҙмәт иткән, үҙҙәренең тәжрибәһе менән бүлешкән егеттәр, атайҙар, хатта олатай-ҡартатайҙар менән осрашыуҙар булып тора, уныһы бик яҡшы. “Һалдат һурпаһын” эсеп, ер-һыу күреп ҡайтҡан кешеләр ябай ғына эшсе булып, һин дә мин матур итеп донъя көтөп йәшәйҙәр, балалар үҫтерәләр, бер ҙә мин героймын тип маҡтанып йөрөмәйҙәр. Ә ысынында, уларҙың һалдат хеҙмәтенең юлы, бикле ултырған серле һандыҡ кеүек, бик күп мәғлүмәт һаҡлай. Әлбиттә, уларҙың күптәренә хәтирәләргә бирелеүе ауыр, сөнки күҙ алдында иптәштәре йә яраланған, йә башын һалған… Йөрәк яралары ҡанһыратып, һыҡтатып та ала, һауа торошо ла йоғонто яһап, уны урындарынан ҡуҙғата. Ә шулай ҙа… егет кеше иламай!