Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Аҡ юл һиңә, Ибраһим!

#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #Трезвоесело2020СтарыйСибай #Айыҡауыл#2020йыл#Беҙсәләмәттормошяҡлы#ИҫкеСибай

#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #Трезвоесело2020СтарыйСибай
#Айыҡауыл#2020йыл#Беҙсәләмәттормошяҡлы#ИҫкеСибай
Оло тормошҡа аҡ юл һиңә, Ибраһим!
Иҫке Сибай Баймаҡ районында халҡының һаны буйынса иң ҙур ауылдарҙың береһе һанала. Бында рәсми теркәлгәндәрҙең һаны ғына ла 3.5 медән ашыу, ә теркәлмәйенсә йәшәүселәр күпме!? Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт һәм ял үҙәге, почта бүлексәһе, икмәк бешереү цехы, сауҙа нөктәләре эшләй. Эшҡыуарлыҡ менән булышыусылар, фермер хужалығы тотоусылар ҙа байтаҡ. Иң мөһиме, йәштәр ситкә китмәҫкә, тыуған ауылында төпләнергә тырыша. Сибай ҡалаһының эргәлә булыуы ла ҙур роль уйнай – ауыл халҡының төп өлөшө нәҡ шунда үҙенә шөғөл таба.Ситтән күсеп килеүселәр ҙә ауылдың демографик хәленә йоғонто яһамай ҡалмай.
Ауыл халҡының сәләмәт тормош менән йәшәргә ынтылыуы, дингә ылығыуы, йома һәм дини байрам намаҙҙарында мәсетебеҙҙең тулы булыуы ҡыуаныслы хәл. Бигерәк тә йәштәрҙең дингә тартылыуы хуплауға лайыҡ. Һәр ғаиләлә дини ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ихтирам һәм иғтибар менән ҡарайҙар, йолаларыбыҙҙы теүәл үтәргә тырышалар. Ауылда махсус белемле дин әһелдәренең күп булыуы ла, әлбиттә, булышлыҡ итәлер быға.
Бына әле яңыраҡ ҡына Гөлсинә һәм Йәмил Исмәғиловтар үҙҙәренең баш балаларына, барлыҡ йолаларҙы үтәп, мәсеттә исем ҡуштырҙы. Жаныбай хәҙрәт малайға Ибраһим исемен биреүҙәренә бик ҡыуанып, аҙан ҡысҡырҙы һәм ҡәмәт төшөрҙө. Шундай оло исем алған баланың киләсәктә ата-әсәһе өсөн ҡыуаныс ҡына килтереүен, “Айыҡ ауыл” конкурсы барған мәлдә тыуған малайҙың эскелектән йыраҡ булыуын теләне. Исем атау йолаһында ҡатнашҡан туғандары һәм ауылдаштары ла балаға һәм атай менән әсәйгә изге теләктәрен еткерҙе.
Оло тормошҡа аҡ юл һиңә, Ибраһим!
М.Рәмов.
Читайте нас: