-7 °С
Болотло
Баймаҡ ҡалаһының күп ҡатлы йорттарына Әҙеһәм Әлибаев менән Миңлеғәле Шайморатовтың граффити төшөрөлгәйне. Улар бөгөн ҡаланың бер биҙәгенә әйләнде. Сираттағыһы - халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаевҡа бағышлана. Граффити уның исемен йөрөткән проспекттың 27-се йортонда урын аласаҡ. Уларҙы яҡташ рәссам-альпенистар Фәнис Ҡурмашев менән Альберт Сәйетҡолов башҡара. Бөгөн был күренеште лә баймаҡтарҙың ҙур ҡыҙыҡһыныу аҫтында бара. Уның асылыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.
Киләсәктә тағы ла бер яҡташыбыҙ - Бәҙри Мәмбәтҡоловтың граффити төшөрөләсәк.