Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡ районының 89 ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша!

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы старт алды. Быйыл иһә тағы ла күберәк ауылдарҙы йәлеп итеү планлаштырыла — һәр райондан ауылдарҙың кәмендә 50 проценты ҡатнашырға тейеш. Бөгөнгә 1500 заявка ҡабул ителгән, был эш әле дауам итә.

Баймаҡ районының 89 ауылы ла “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша!
“Айыҡ ауыл” республика конкурсы старт алды. Быйыл иһә тағы ла күберәк ауылдарҙы йәлеп итеү планлаштырыла — һәр райондан ауылдарҙың кәмендә 50 проценты ҡатнашырға тейеш. Бөгөнгә 1500 заявка ҡабул ителгән, был эш әле дауам итә.
Конкурстың маҡсаты - ауыл халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәьҫиренән ҡурсалау.
Тәүге (район) этабы 2020 йылдың 1 авгусынан 30 ноябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары ауылдары араһында уҙа. Ә икенсе (республика) этабы 2020 йылдың 1 декабренән 2021 йылдың 25 мартына тиклем район кимәлендә еңеүселәре араһында үтәсәк.
Халыҡ иҫәбе төрлөсә булған ауыл-ҡасабаларҙы ғәҙел баһалау өсөн конкурс һөҙөмтәләре түбәндәге категорияларға бүленә:
— эре — 3 меңдән ашыу кеше йәшәгән,
— ҙур — 1 меңдән алып 3 меңгә тиклем кеше йәшәгән,
— урта — 0,2-нән 1 меңгә тиклем кеше йәшәгән,
— бәләкәй — 0,2 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән.
Конкурста дүрт категория буйынса 12 еңеүсе билдәләнә. Уларға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Дипломдары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь министрлығының, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса Башҡортостан Республикаһы дәүләт комитетының ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереү программаларына индереү хоҡуғы биргән сертификаттар тапшырыласаҡ. Конкурсты ойоштороу буйынса саралар иһә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Конкурстың тәүге этабына республиканың бөтә райондары ла ҡушылды. Баймаҡ һәм Бөрйән райондарының бар ауылдары ла ҡатнаша. Баймаҡ районы биләмәһендә урынлашҡан 89 ауылдың бөтәһе лә ҡатнашасаҡ. Афарин! Шулай уҡ күрше Бөрйән районындағы бөтә 34 ауыл да конкурсҡа заявка бигән. Уларҙан тыш, Асҡын, Әлшәй, Тәтешле, Шаран, Илеш, Нуриман, Дыуан, Ғафури, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен һәм Ҡыйғы райондары ла ҙур әүҙемлек күрһәтә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр "Айыҡ ауыл" конкурсында районыбыҙҙың Йылым ауылы еңеү яулағайны. Улар өлгөһөндә быйыл да һәр төбәктә маҡсатлы эш алып барылһын ине.
Читайте нас: