Бөтә яңылыҡтар

Бала менән ғаилә бәхетле

1 июнь. Йәй. Тау бите. Ҡарға бутҡаһы, кәкүк сәйе, балалар һабантуйы тип зыҡ ҡуба торғайныҡ. Балалар тауышына тау буйы гөрләп торор, ата - әсәләр ҡаҙанда бутҡа бешерер, самауыр ҡайнатыр ине....Бала ниндәй генә заман ауырлыҡтары булһа ла, бала булып ҡала. Күңелен күтәрергә күп нәмә лә кәрәкмәй, пандемия ваҡытында ла байрам байрам булып ҡалһын ине. Ошондай уй хыялдар менән Күгиҙел ауылы балалар баҡсаһына йөрөүселәр һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн, йәмғеһе 38 балаға, күстәнәстәр таратылды. (Тулыраҡ беҙҙең сайтта)

1 июнь. Йәй. Тау бите. Ҡарға бутҡаһы, кәкүк сәйе, балалар һабантуйы тип зыҡ ҡуба торғайныҡ. Балалар тауышына тау буйы гөрләп торор, ата - әсәләр ҡаҙанда бутҡа бешерер, самауыр ҡайнатыр ине....
Бала ниндәй генә заман ауырлыҡтары булһа ла, бала булып ҡала. Күңелен күтәрергә күп нәмә лә кәрәкмәй, пандемия ваҡытында ла байрам байрам булып ҡалһын ине. Ошондай уй хыялдар менән Күгиҙел ауылы балалар баҡсаһына йөрөүселәр һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн, йәмғеһе 38 балаға, күстәнәстәр таратылды. Был эште башҡарып сығыуға аҡсалата ауыл старостаһы Даутбаев Марат, ауыл имамы Манапов Ғәли, ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Манапова Сания, Яманғолова Сәлимә, Рамаҙанова Алһыу, Билалова Юлиә, Нарынбаева Альбина, Ғайсина Гөлфиә, Сирусина Әнисә, Мәһәҙиева Айгөл, Фәттәхова Зимфира, Даутбаева Әлиә ярҙам күрһәттеләр. Уларға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Әлиә Даутбаева,
Күгиҙел ауылы китапханасыһы.
Читайте нас: