Һаҡмар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн Ҡояш көнө!

Һәр ваҡыт булһын Ҡояш,һәр ваҡыт булһын Һауа.һәр ваҡыт булһын Әсәй,һәр ваҡыт булам Мин.. .

Һәр ваҡыт булһын Ҡояш,
һәр ваҡыт булһын Һауа.
һәр ваҡыт булһын Әсәй,
һәр ваҡыт булам Мин.. .
Бала саҡтан таныш был йыр ҡайҙа ғына барһаҡ та беҙҙе оҙатып йөрөй. Бөгөн айырыуса. Сөнки бөгөн шундай матур һәм йылы байрамдарҙың береһе - Халыҡ-ара ҡояш көнө.
Ул 1994 йылдан билдәләнә һәм ҡояш энергияһын ҡулланыуҙы өйрәнеү, уның көсөн киңерәк файҙаланыуға йүнәлтелгән.
Быйыл Ҡояш көнөнә арналған саралар ҙа виртуаль форматта үтә.
Ә беҙҙе "Ҡояш апай" һәр саҡ йылы нурға ҡойондорһон , донъялар имен торһон, тип теләйбеҙ!