Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
"Тыуған илем – Башҡортостан!”
29 Апреля 2020, 11:45
Хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ!
Өфөлә үткән “Донъя коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш” беренсе халыҡ-ара форумы сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау һәм республиканың шифахана-курорт тармағында инвестиция проекттарын үҫтереү маҡсатында хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. #национальныепроекты
Был килешеүҙә беҙ һаулыҡ һаҡлау тармағына, һәр ваҡыт ғорурланған шифахана-курорт дауалауы өлкәһенә инвестициялар һалдыҡ, – тине Радий Хәбиров.
Өфөлә үткән “Донъя коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш” беренсе халыҡ-ара форумы сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау һәм республиканың шифахана-курорт тармағында инвестиция проекттарын үҫтереү маҡсатында хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Документҡа аныҡ ваҡыт режимында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, “InterHealth Canada” компанияһының идаралыҡ рәйесе Эмад Эль-Дукаир һәм “IHDpay group” компанияһы вәкиле Чун Юан Чанг ҡул ҡуйҙы.
Килешеүгә ярашлы, хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып республика медицинаһының перспективалы өлкәләрен билдәләү, уларҙа инвестиция һәм ғилми-тикшеренеү проекттарын тормошҡа ашырыу, шифахана-курорт тармағын үҫтереү, лаборатор диагностиканың заман технологияларын үҫтереү, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уңайлы инвестиция климаты булдырыу тора.
"Беҙҙең партнерҙар – төрлө өлкәләрҙә инвестиция проекттары менән шөғөлләнгән алдынғы эксперттар. Был килешеүҙә беҙ һаулыҡ һаҡлау тармағына, һәр ваҡыт ғорурланған шифахана-курорт дауалауы өлкәһенә инвестициялар һалдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Әле, пандемияның һәм үҙ-үҙеңде изоляциялау режимының ҡасан бөтөрө ныҡлап аңлашылмаған ваҡытта, беҙ киләсәк, иҡтисад тураһында уйлайбыҙ. Эпидемиянан һуң тиҙ генә алға китеү өсөн бөгөндән бәләкәй аҙымдар яһай башланыҡ".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Onlayn-regimda-kileshe-g--ul-uyildi-243166/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"