Бөтә яңылыҡтар

Был рәссамды беләһегеҙме?

Башҡорт халҡының милли геройын һынландырыусы шәхестең кем икәнен белгегеҙ киләме?

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге проспекттың 17-се йорто стенаһында легендар командир - Миңлеғәле Шайморатовтың рәсеме төшөрөлөүен күптәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың аҙағында Баймаҡ ҡала хакимиәте Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың кемеһенең портретын ике күп ҡатлы йорттоң стенаһына төшөрөргә кәрәклеген билдәләү маҡсатында конкурс иғлан иткәйне. Социаль селтәрҙә тауыш биреү, индерелгән тәҡдимдәр, шулай уҡ телефон аша шылтыратыуҙар һөҙөмтәһендә, ике бөйөк шәхес билдәләнде: Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов.
Ә кем ул рәссам? Башҡорт халҡының милли геройын һынландырыусы шәхестең кем икәнен белгегеҙ киләме? Ул - Йылым ауылында тыуып үҫкән егет - Фәнис Ҡормашев. Әйтергә кәрәк, Фәнис Ҡормашев талантлы рәссам. Уның күп эштәре Өфө ҡалаһында ҙур һорау менән файҙаланыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың портреты баймаҡтар өсөн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайы менән ҙур бүләк буласаҡ.
Читайте нас: