Һаҡмар
+25 °С
Дождь
Антитеррор
"Тыуған илем – Башҡортостан!”
11 Апреля 2020, 18:55
Бөгөн бөйөк рәссамдың тыуған көнө
"Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы" һүрәтен кем яҙған? Уның исеме беҙгә киң билдәле. #национальныепроекты
Күренекле рәссам-график, Башҡортостанда буяу-һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы шәхестәрҙең береһе булған Ҡасим Дәүләткилдиевтың тыуыуына 133 йыл. Ул хәҙерге Благовар районының Күгел ауылында донъяға килә, Санкт-Петербургта барон Штиглицтың Үҙәк сәнғәт училищеһында белем ала. Ҡасим Дәүләткилдиев тәүҙә Петербургта, һуңынан Өфөлә живопись буйынса уҡыта. 1928-35-се йылдарҙа рәссам Нестеров исемендәге художество музейы өсөн этнографик материал һәм башҡорттарҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләрен йыйыу буйынса экспедицияларҙа ҡатнаша, Баймаҡ, Бөрйән райондары буйлап сәфәрҙә йөрөү һөҙөмтәһендә "Яңы Усман ауылы", "Түбә руднигы" һәм башҡа пейзаждар яҙа. Ҡасим Дәүләткилдиевтың "Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы", "Һунарсы башҡорт" кеүек картиналары ла киң билдәле. Уның әҫәрҙәре М.Нестеров исемендәге художество музейында һаҡлана.
Фотоһүрәттәрҙә: Ҡ. Дәүләткилдиевтың портреты (рәссам - Урал Мөхәмәтшин) һәм ҡылҡәләм оҫтаһының иң билдәле картиналары.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"