Бөтә яңылыҡтар

"Бишбармаҡ" бешерәбеҙ!

Был ял көндәре бөтөнләй газ плитәһе эргәһенән китеп булмай. Бер күҙ унда булһа, икенсеһе - компьютерҙа. Сөнки балаларҙы ла һыйларға, мәҡәләләр ҙә яҙып өлгөрөргә кәрәк. Ни тиһәң дә, беҙ бит "удаленкала". Кисә үҙемдең яҡындарымды төрлө бәлештәр, бауырһаҡ, ҡыҙҙырылған тауыҡ менән һыйлаһам, бөгөн башҡорт милли аш-һыуы "Бишбармаҡ"ҡа сират етте. Ә һеҙ "Бишбармаҡ"ты нисек әҙерләйһегеҙ? Әхирәттәр, аш-һыу бешереү серҙәре менән уртаҡлашайыҡ әле.

Ял көндәрен файҙаланып ғаиләбеҙҙе тәмле ризыҡтар менән һыйлайыҡ. Бишбармаҡ— төрки халыҡтарында киң таралған һимеҙ иттән, һалманан әҙерләнгән ризыҡ. Башҡорттарҙа, һәр хәлдә беҙҙең Баймаҡ яҡтарында,
ул картуф ҡушылып әҙерләнә. Бишбармаҡ бешереү өсөн һимеҙ һарыҡ йәиһә һыйыр, йылҡы ите алына. Итте ваҡ киҫәктәргә бүлеп, һыуҙы артыҡ күп һалмайынса, самалап тоҙ һалып бешерергә кәрәк.
Һалманы былай әҙерләйем: он, йомортҡа һәм ҡайнап ултырған һурпаны бер аҙ һыуытып, ҡамыр баҫып алам. Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйеп, бер аҙ киптерәм. Артабан һалма ромбиктарға киҫелә. Бишбармаҡ өсөн картуф айырым бешерелә. Тәрилкәгә картуф, ит һалып, өҫтөнә ҡайнап торған һурпа ҡойола. Ваҡлап туралған йәшел йәки аҡ һуған һибелә.
Бишбармаҡтың үҙен тәрилкәләргә һалабыҙ. Йәшел
һуған, укроп бибергә мөмкин. Яратыусыларға, ҡорот та бирәбеҙ.
Ә һурпаны, һурпаны инде айырым кәсәләрҙә, иҙелгән ҡорот һалып болғатып, ҡара борос һалып бирәбеҙ. Уның тәмлелегее. . . Мммм! . .
4 кешелек бишбармаҡ бешереү өсөн 600 гр. һарыҡ ите, 2 баш картуф, 3 баш һуған, 1 стакан бойҙай оно, 1 йомортҡа, 2 аш калағы аҡ май, 3 стакан һурпа, самалап тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр алына.
Ә һеҙ был милли ризыҡты нисек бешерәһегеҙ?
Иртәгегә уйлап торам әле: Өмөтбайҙа "Әүлиә" ағинәйҙәренең оҫталыҡ дәресендә күреп ҡайтҡан бауырһаҡты бешерергә иҫәбем)))
Читайте нас: