Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
"Тыуған илем – Башҡортостан!”
23 Марта 2020, 19:25
"Тыуған урам"дар төҙөкләндерелә
Башҡортостан Хөкүмәте "Тыуған урам" программаһын раҫланы. Уны ғәмәлгә ашырыуға 4,8 миллиард һум аҡса бүленә. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Башкортостан
Башҡортостан Хөкүмәте "Тыуған урам" программаһын раҫланы. Уны ғәмәлгә ашырыуға 4,8 миллиард һум аҡса бүленә. Программа буйынса ауылдарҙың үҙәк урамдарына асфальт түшәлергә тейеш.
"Тыуған урам" 2020-2024 йылдарға иҫәпләнгән. Проект буйынса халҡы 100-ҙән дә кәм булмаған тораҡ пункттарҙың ФАП, мәктәп, балалар баҡсаһы урынлашҡан урамдарына асфальт йәйеү күҙаллана.
Программаны төҙөүселәр белдереүенсә, 2024 йылға беҙҙә төбәк, муниципаль һәм урындағы әһәмиәттәге юлдар оҙонлоғо һиҙелерлек артасаҡ.
Ҡайһы юлдарҙа ремонт буласағы билдәле. 41 районда урындағы юлдарҙы ремонтлаһалар, 48 районда - төбәк һәм муниципаль юлдар төҙөкләндерелә.
Был эштәр Рәсәйҙә Президент ҡушыуы буйынса әҙерләнгән "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты маҡсаттарына ирешеү өсөн башҡарыла.
"Йәшлек".
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"