Бөтә яңылыҡтар

Байрам күңелле үтте

Ҡуянтау ауылында 2012 йылдан алып "Наурыз" байрамы үтеп килә. Быйыл да үтте. #национальныепроект

Ҡуянтау ауылында 2012 йылдан алып "Наурыз" байрамы үтеп килә. Беренсе йылда интернет селтәренә пост ҡуйғас,
ризаһыҙлыҡ белдереп, был беҙҙең байрам түгел, ниңә үткәрәһегеҙ, тип яҙыусылар булды. Сит илдән килгән еңел-елпе байрамдарҙы үткәргәнсе, үҙебеҙҙең дә матур байрамдар бар бит, тинеләр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан,
был байрам тәүге йылда уҡ халыҡҡа һәм балаларға оҡшаны. Бигерәк тә ул йылдарҙа халыҡ эскелек һаҙлығына батып барғанда, айныҡ байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ауыл майҙанында, ҡазан аҫып бутҡа бешереп, усаҡ яғып, уның тирәһендә бейеп, төрлө милли һәм спорт уйындары уйнап, теләктәр ҡабул булыуын теләп, усаҡ аша һикереп, халыҡ таланттарын ҡарап уҙғарабыҙ. Был байрам йылда ла көн менән төн тигеҙләшкән көндә байрам ителә.
Быйыл да байрам гөрләп үтте. Һәр кемгә нимәгә яуаплы икәне бүленде. Афишалар ҡуйылды.
Көнө еткәндә генә бөтә ил буйынса барған халыҡтың хәүефһеҙлеге өсөн булдырылған карантин иғлан ителде.
Шулай ҙа беҙ аптырап ҡалманыҡ. Күп халыҡты йыймай ғына, 13 кешенән генә төркөм, "Наурыз" байрамын билдәләп үтергә булдыҡ. Ауыл клубының фойеһында уйын, бейеү, теләктәр әйтешеп, йылдағыса Наурызбикә - Яҙһылыуҙы һайланыҡ. Ул - Гөлсөм Ғәбиҙуллина ине. Ауыл советы рәйесе Раушания Вәис ҡыҙы байрам менән ҡотлап, Наурыз бүләктәрен таратты.
Миңлегөл Ҡоланбаева бешереп алып килгән Наурыз бутҡаһынан ауыҙ итте. Һәр кем өйөнән алып килгән тәмлекәстәр менән сәй эстек. Мәфрүзә Кулибаеваның боҫрап ҡайнап ултырған самауыры байрамға йәм өҫтәне.
Беҙ коронавирустан ҡурҡмайбыҙ, сөнки беҙ сәләмәт тормош алып барабыҙ, тик үрҙән бирелгән бойороҡҡа бойһонабыҙ. Ошоноң менән әйтелгән ваҡытына тиклем, ҡалған сараларҙы кисектереп торайыҡ . "Һаҡланғанды- һаҡлармын" тигән бит, Аллаһа тәғәлә, - тип, көр күңел менән таралыштыҡ.
Ошо байрамды ойоштороусыларға, үткәреүҙә ярҙам итеүселәргә һәм аҡсалата ярҙам күрһәткән Миңзифа Яҡуповаға рәхмәтемде белдерәбеҙ. Һау булайыҡтар, бер ниндәйҙә сиргә бирешмәйектәр.
Сәрүәр Ниғмәтуллина.
Читайте нас: