Бөтә яңылыҡтар

Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ

Мәрйәм Бураҡаева: Был афәттән ҡотолоу юлдарын һорайһығыҙ ҙа ул... Иң элек, әлбиттә, Урал батыр васыятындағыса уйым-уйым күлдәр һыуын эсмәҫкә, йәғни һәр төрлө мәғлүмәттәргә ҡарата һаҡ булырға. Беҙ бит һаман яттарҙың әйткәненә нығыраҡ ышанабыҙ... (Тос фекерҙең дауамы сайтта)

Мәрйәм Бураҡаева: Был афәттән ҡотолоу юлдарын һорайһығыҙ ҙа ул... Иң элек, әлбиттә, Урал батыр васыятындағыса уйым-уйым күлдәр һыуын эсмәҫкә, йәғни һәр төрлө мәғлүмәттәргә ҡарата һаҡ булырға. Беҙ бит һаман яттарҙың әйткәненә нығыраҡ ышанабыҙ. Үҙ, үҙемдеке тигәнгә һалҡын мөнәсәбәттәбеҙ.
Ә бит ҮҘЕМДЕКЕ тигән үҫемлек, ашамлыҡ ҡандағы ҡеүәтте тартып сығарып көсәйтеп ебәрәсәк. Шуны аңлай алмай этләнәбеҙ. "Үҙеңдеке үлтермәҫ, ят ярлыҡамаҫ" тигән әйтем туғанлыҡҡа ҡарата ғына әйтелмәгән бит. Мөхиткә лә, ейгән ризыҡҡа ла... тыуған ергә лә, телгә лә, моңға ла, йола-ғәҙәттәребеҙгә лә.
Үҙемдеке тигән ҡиммәттәр ҡанға һалынған ҡеүәтте асыусы асҡыс бит ул. Әле лә һәр өлкәлә ҮҘЕМДЕКЕ ҡотҡарасаҡ. Ҡоротло һурпа, бал балы, буҙа, талҡан, тыуған яҡта үҫкән йәшел үлән, бала саҡта эскән һыу, һулаған һауа, туған моң һ.б.
Читайте нас: