Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Өмөтбайҙарса – сәк-сәк шулай була!

- Бисмилләһир – рәхманир – рәхим. Һәр эште бына шулай итеп башлайым. Шул сағында тотонған һәр эшем уң килеп сыға. Сәк-сәкте бешерер өсөн артыҡ нәмә лә кәрәкмәй. Он, йомортҡа, тоҙ һәм көнбағыш майы, - ти Өмөтбай ауылының “Әүлиә” ағинәйҙәре ағзаһы Асия Бүләкова сәк-сәк бешереүҙең үҙе генә белгән серҙәре менән уртаҡлашып.#национальныепроекты

- Бисмилләһир – рәхманир – рәхим. Һәр эште бына шулай итеп башлайым. Шул сағында тотонған һәр эшем уң килеп сыға. Сәк-сәкте бешерер өсөн артыҡ нәмә лә кәрәкмәй. Он, йомортҡа, тоҙ һәм көнбағыш майы, - ти Өмөтбай ауылының “Әүлиә” ағинәйҙәре ағзаһы Асия Бүләкова сәк-сәк бешереүҙең үҙе генә белгән серҙәре менән уртаҡлашып.

Ә беҙ, оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар, Асия апайҙың һәр хәрәкәтен отоп алырға тырышып, уны күҙәтәбеҙ. Ул сәк-сәкте бешереүҙең тәүге нескәлегее аңлатып, бер урынға бешерер өсөн 1 йомортҡа кәрәк, әгәр өс урынға әҙерләргә икән – өс йомортҡа, тине. Әйтеүенсә, иң яҡшыһы - өй тауығының йомортҡалары. Ни сәбәптәндер, магазиндарҙа һатылғандары менән бешерһәң, бик үк уңып бешмәй, ти ул. Тәүҙә йомортҡаларҙы һауытҡа һытып, яҡшылап болғатҡас, иләнгән он һалабыҙ, бысаҡ осо менән генә сода өҫтәйбеҙ. Ошонда әйтеп үтергә кәрәк, йомортҡаның күпме булыуына ҡарамаҫтан, соданың күләмен арттырырға ярамай. Балырҙың барыһын да ағас ҡалаҡ менән болғатабыҙ. Ҡуйы ҡаймаҡ кеүек бер масса килеп сығырға тейеш. Артабан өҫтәлгә он һибеп, шуның өҫтөнә массаны ҡойоп, әүәләп, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ.

- Уның әҙер икәнен, бармаҡ менән баҫып ҡарап, белергә мөмкин, - ти Асия апай. - Баҫылған урыны кире ҡалҡһа – ҡамырыбыҙ әҙер, тигән һүҙ.

Артабан уны таҫтамал менән ябып, 15 минуттай мотлаҡ ял иттерергә кәрәк. Һуңынан ҡамырҙы өҫтәлгә һалып, ҡул менән генә баҫҡылап, 1-1,5 см ҡалынлыҡта ҡамыр йәйәбеҙ. Артабан үҙегеҙгә оҡшаған ҙурлыҡта һәм киңлектә таҫмаларға ҡырҡып сығырға мөмкин. Улар бер иш булһын өсөн ҡулға алып, әүәләп, һуңынан иләккә һалып, онон иләп төшөрәбеҙ.

Сәк-сәк өсөн май ҡайнар булырға тейеш түгел. Кире осраҡта, улар ярылып бешәсәк. Май һыуығас, әҙләп кенә таҫмаларҙы төшөрәбеҙ. Улар ята-ята, әкрен генә ҡалҡып сығырға тейеш. Сәк-сәкте болғай-болғай бешереп алабыҙ.

Артабан иһә сироп әҙерләйбеҙ. Бер бокал шәкәргә ярты бокал һыу алабыҙ. Болғап тороп, уны ҡуйырғансы ҡайнатып сығарабыҙ. Сироптың әҙерлеген белер өсөн бер һауытҡа тамыҙып ҡарарға кәрәк. Әҙер сироп тамсы ғына булып ята, аҡмай. Оҙаҡ ҡайнатырға ярамай, юғиһә карамелгә әйләнәсәк. Һуңынан иһә әҙер сиропты сәк-сәк өҫтөнә ҡойоп, матур итеп болғайбыҙ. Артабан һауыттарға һалып, өйөп ҡуябыҙ. Өҫтөн төҫлө карамель, конфеттилар менән биҙәргә мөмкин. Шулай итеп беҙҙең сәк-сәк әҙер. Ә уның тәмлелеге... мммм!.. Телеңде йоторлоҡ! Тәмен белер өсөн, әхирәттәр, һеҙҙең үҙегеҙҙә мотлаҡ бешереп ҡарарға кәрәк. Шәп килеп сығасаҡ!

Асия Бүләкованың һәр әйткәнен, беҙ, өйрәнеп тороусылар, яҙып алып, хәтерҙә ҡалдырырға тырыштыҡ. Сәк-сәкте бешереү серҙәрен Асия апай Рәйсә Сәфиуллина, Земфира Зәйнуллиналарҙан өйрәнгән икән. Бөгөн уның сәк-сәктәре - байрам табынының биҙәге. Асия апайҙың был башҡорт милли аш-һыуын хатта Германия, Франция илдәренә лә күстәнәс итеп, бешертеп алып киткәндәр икән. Әйткәндәй, Асия Бүләкова “Һаҡмар” гәзите социаль селтәрҙә ойошторған “Уңған хужабикә” конкурсында еңеп, мультиварка отҡайны.

- Былтыр йәй туйҙарға, аяттарға заказдар күп булды, арып бөттөм, - ти Асия апай. - Хәҙер һеҙ ҙә сәк-сәк бешерә беләһегеҙ,башҡаларҙы ла өйрәтә алаһығыҙ.

Эйе, Өмөтбай ауылының ағинәйҙәре шундай шәп проект өҫтөндә эшләй башлаған. Ҡыҙҙар һәм килендәр, ғөмүмән, хужабикәләр өсөн ул шундай шәп түңәрәк. Белгән – өйрәтә, белмәгән – өйрәнә, тигәндәй, өмөтбайҙарҙың һәр береһе нимәгәлер оҫта, нимәгәлер маһир. Кем бешереүгә, кем тегеү-сигеүгә, тигәндәй. Зилә Мөсәлимова - ҡорот ҡайнатыу, Зөлфиә Латыпова - бишбармаҡ ҡырҡыу, Земфира Зәйнуллина талҡан әҙерләү нескәлектәре менән уртаҡлашҡан. Алдағы көндәрҙә аҡ май бешеү, буҙа ҡойоу, ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ ҡойоу, алъяпҡыс сигеү кеүек эштәрҙе планға алғандар. Ошо көндәрҙә улар Билал ауылы ҡатын-ҡыҙҙарына ла барып, сәк-сәк бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрергә иҫәп тоталар. Аш-һыу бешереү менән бер рәттән ағинәйҙәр селтәр, ҡашмау тегеп әҙерләү менән дә шөғөлләнәләр.

Бына шундай береһенән-береһе ҙурыраҡ, мөһимерәк пландар менән янып йәшәй Әнүзә Мәжитова етәкселегендәге Өмөтбайҙың “Әүлиә” ойошмаһы ағинәйҙәре Уларҙың сафын бөгөн Миңлегөл Ҡужахмәтова, Земфира Зәйнуллина, Асия Бүләкова, Миңзәлә Зәйнуллина, Венера Ғүмәрова, Сәлимә Низамова, Рәйсә Рәхмәтуллина, Зилә Мөсәлимова, Люциә Үтәбаева, Сөмбөл Мәжитова, Зөлфиә Латыпова, Зилиә Ноғоманова, Алгөл Латыпова, Сәғилә Ғүмәрова, Гөлсәсәк Һибәтуллина тулыландыра.

- Беҙҙең “Ағинәйҙәр” ойошмаһына кем теләй – шул инә, йәш сикләүҙәре юҡ, - тине уның етәксеһе Әнүзә Мәжитова. - Йәштәргә лә, олораҡтарға ла шатбыҙ. Кем йырларға, ҡул эштәренә өйрәнергә, бешеренергә теләй – бөтәһен дә көтөп ҡалабыҙ.

Читайте нас: