-5 °С
Ҡар
Эй, уңған да һуң, Өмөтбай ағинәйҙәре! Бер-бер артлы матур-матур байрамдар, осрашыуҙар уҙғарып ҡына тора. Бөгөн кесаҙна көнө улар тағы ла бергә йыйылды. Был юлы улар ауылдаштарының уңған хужабикәләренең береһе Гөлшат апай Йосопованың ҡунаҡсыл өйөндә.
Гөлшат апай ҡул эштәренә бигерәк тә уңған. Төрлө төҫлө ептәрҙән сигеүҙәр сигеҙгә ярата. Уның тылсымлы ҡулдарынан сәскәләр ҙә терелеп китә. Йәйғор төҫтәрен үҙенә алған сағыу сәскәләр яҫтыҡ тыштарында, япмаларҙа, ашъяулыҡта, таҫтамалдарҙа, алъяпҡыстарҙа урын алған. Шулай итеп өмөтбайҙар “Этнокесаҙна” ойоштороп, этномөйөшкә ҡуйылған ҡул эштәрен ҡараны.