Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙары - милләт әсәһе!

Ошо сәғәттәрҙә баш ҡалабыҙҙың “Торатау” конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” IV республика конкурсында еңеүселәрен бүләкләү бара.

Ошо сәғәттәрҙә баш ҡалабыҙҙың “Торатау” конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” IV республика конкурсында еңеүселәрен бүләкләү бара. Һәр йылдағыса, баймаҡтар унда төп урынды биләй. Береһенән-береһе уңған, матур, ихлас, сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ - Әнүзә Мәжитова, Миңзәлә Үҙәнбаева, Айгөл Иҙелбаева, Гөлдәр Хисмәтуллина, Дилара Йәнбирҙина, Нәфисә Мәмбәтова, Нәркәс Үтәғолова, Венера Ҡасҡыновалар төрлө номинацияларҙа билдәләнде һәм улар Диплом һәм Почет грамоталарына лайыҡ булды. Әнүзә Мәжитоваға "Милләт әсәһе - ҡатын-ҡыҙ" миҙалы тапшырылды. Уларҙың барыһын да ихлас йөрәктән ҡотлап, ҡатын-ҡыҙ бәхете, ғаилә именлеге, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!

Читайте нас: