Бөтә яңылыҡтар

"Ашъяулыҡ" проекты дауам итә

Был юлы улар талҡан эшләү серҙәренә төшөндө.

Өмөтбай ауылының "Әүлиә " ағинәйҙәре ауыл китапханаһы, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы тарафынан иғлан ителгән "Ашъяулыҡ" проекты үҙ эшен дауам итә. Уның сиктәрендә ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар яңы донъя көтә башлаған йәштәрҙе, уҡыусыларҙы борон-борондан әҙерләнеп килгән аш-һыу төрҙәренә өйрәтә. Беҙ бөгөн уларҙы милли аш-һыуыбыҙҙың береһе - талҡан эшләргә өйрәттек. Уның серҙәре менән "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзаһы Земфира апай Зәйнуллина бүлеште.

Талҡандың шифаһы, файҙаһы тураһында бик күп һөйләрлек. “Талҡан гүзәл заттарҙы йәшәртә”, - ти беҙҙең билдәле яҙыусыбыҙ Мәрйәм апай Бураҡаева.

Һәр кешенең булмышында милли аш-һыу ята. Үҙ ерендә етештерелгән, әҙерләнгән, бешерелгән ризыҡ яҡшыраҡ үҙләштерелә, тимәк, файҙалыраҡ та.

Әнүзә Мәжитова,

Өмөтбай ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.

Читайте нас: