Кисә Өфөлә “Ҡурайсы ҡыҙ” республика конкурсы үтте. Унда 50-гә яҡын гәүзәл зат башҡорт милли ҡурайында оҫталыҡтарын һынар өсөн сәхнәгә күтәрелде. Баймаҡ намыҫын балалар ижады үҙәге педагогы, “Йәнтөйәк” фольклор студияһы етәксеһе Айгөл Әхмәтова яҡланы.
Конкурс дүрт йәш категорияһы араһында барҙы. Йәғни, унда уҡыусылар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа ҡатнашты. Ул шуныһы менән үҙенсәлекле ине – ҡурайсылар араһында татар, рус милләтенән булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине. Тимәк беҙҙең милли музыка ҡоралын башҡалар ҙа яратып ҡабул итә.
Айгөл Әхмәтова конкурс шарттарына ярашлы баһалама ағзаларына “Юлғотло” һәм “Порт – Артур” көйҙәрен тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә Айгөл лайыҡлы рәүештә өсөнсө урынды яуланы. Айгөлдө был еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла бейегерәк үрҙәр теләйбеҙ. Афарин, Айгөл!