Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мәскәүҙә - "Башҡортостан" рестораны!

Күптән түгел Мәскәүҙә башҡорт милли колорит менән һуғарылған “Башҡортостан” рестораны эшләй башланы. Мәскәүҙә бар, ә ниңә Өфөлә, Баймаҡта юҡ?

Күптән түгел Мәскәүҙә башҡорт милли колорит менән һуғарылған “Башҡортостан” рестораны эшләй башланы. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Был яңылыҡты баш ҡалала йәшәгән милләттәштәребеҙ хуплап ҡаршы алды.

Тик бына Өфөлә һәм республикабыҙҙың башҡа ҡалаларында башҡорт ресторандары, кафелары ҡасан асылыр икән? Күрше төбәктәрҙән, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы алып барып күрһәтерлек, милли ризыҡтарыбыҙ менән һыйларлыҡ башҡорт рестораны юҡ кимәлдә.

Башҡортса һырып сигелгән, эшләнгән, һуғылған әйберҙәр менән биҙәлгән, башҡорт йырҙар, ҡурай һәм ҡумыҙҙан көйҙәр яңғыраған, башҡорт милли аҙыҡтары бешерелгән, милли кейемдә, үҙебеҙсә, башҡортса хеҙмәтләндергән ресторандар, кафелар күберәк кәрәк ине. Мәскәүҙә бар, ә ниңә Өфөлә, Баймаҡта юҡ?

Читайте нас: