Бөтә яңылыҡтар

"Баймаҡ" яҡташтар ойошмаһы осрашты

Баш ҡалабыҙ Өфөлә тиҫтә йылдар инде "Баймаҡ" яҡташтар ойошмаһы эшләп килә. Төрлө өлкәлә эшләгән, хаҡлы ялда булғандар, студенттар бергә тупланып, бер-береһенә ярҙам итеп, бер ғаилә булып йәшәй. Ошо көндәрҙә активының сираттағы ултырышы үтте. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. #национальныепроекты

Баш ҡалабыҙ Өфөлә тиҫтә йылдар инде "Баймаҡ" яҡташтар ойошмаһы эшләп килә. Төрлө өлкәлә эшләгән, хаҡлы ялда булғандар, студенттар бергә тупланып, бер-береһенә ярҙам итеп, бер ғаилә булып йәшәй. Ошо көндәрҙә активының сираттағы ултырышы үтте. Унда 2019 йылда ойошма тарафынан башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Иң әүҙемдәр билдәләнеп китте. Шулай уҡ 2020 йылға эш планы раҫланды.

Әйткәндәй, баймаҡтар ниндәйҙер сара уҙғарыу өсөн генә түгел, ә осрашып, күңел бушатыу өсөн дә бергә йыйылалар. Сираттағы ултырышта ла бик файҙалы һөйләшеү булды.


Читайте нас: