Үҙендә тәбиғәттең иҫ киткес матурлыҡтарын бергә йыйған, ҡуйынында алтын менән көмөштөң, һәр төрлө аҫыл таштың иҫәпһеҙ хазинаһын һаҡлаған илде, күпереп торған ҡара тупраҡлы ерҙәре миллион-милион дисәтинә булып һуҙӘ башҡорт теле! Яңғырауыҡлы, моңло, быуаттар аша аһ-зарын кешелек донъяһына йырҙар, әйтемдәр, ҡобайырҙар менән еткереп торған тел. Матур ҙа, көслө рухлы ла ул минең телем – башҡорт теле. ылған, күҙ яуын алып торған матур һәм хуш еҫле сәскәләргә, ҡыҙарып бешер еләктәргә күмелеп болон һәм туғайҙары әллә ҡайҙа, алыҫҡа йәйрәгән илде беләһегеҙме?
Янына барһаң, балыҡтары үҙҙәре килеп ҡабырға торған ҙур һәм ваҡ, әммә һәр береһе үҙенсә йәмле күлдәр һәм йылғалар илен, береһе икенсеһенән мөһабәтерәк булып бейеккә күтәрелгән тауҙар һәм кейектәр донъяһына тулы ирек, хәүефһеҙлек биргән урмандар илен күргәнегеҙ бармы?
Был ил – Башҡортостан,
Донъяның ғәжәйеп бер мөйөшө!..
(Әхнәф Харисов, Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы, 9-сы бит).
Ә башҡорт теле! Яңғырауыҡлы, моңло, быуаттар аша аһ-зарын кешелек донъяһына йырҙар, әйтемдәр, ҡобайырҙар менән еткереп торған тел. Матур ҙа, көслө рухлы ла ул минең телем – башҡорт теле.
Милли тел. Милли әҙәбиәт - милли спецификаһыҙ булмай. Яҙыусының төп һәм берҙән-бер ҡоралы – тел. Милли телдән башҡа милли әҙәбиәт юҡ. Ниндәй генә әҙәбиәтте алһаҡ та, унда милли халыҡ асылы ята. Хатта ул башҡа телдә ижад итһә лә.
Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы, рухи байлығы әллә нисәмә быуаттар элек үк ғәрәп графикаһы аша төрки ғәрәп, фарсы телдәрендәге әҫәрҙәр китап күсереүсе һәүәҫкәрҙәр хеҙмәте аша халыҡ араһында тарала. Мәғрифәт эшенә оло хеҙмәте менән яуаплы булған күсереүселәр һәм китап төпләүселәр үҙ эштәренең оҫтаһы булып бөгөнгө быуынға беҙҙең ата-бабаларыбыҙ тормошо тураһында киң тарихи, мәҙәни мәғлүмәттәр ҡалдырған. Бөгөн беҙҙең халҡыбыҙ, минең халҡым-милләтем ошо тарихи мәғлүмәтте алыуҙан мәхрүм, сөнки ошо “ғәрәп графикаһы менән яҙылған иҫке төрки теле” (төрөк теле түгел, ә төрки халыҡтар яҙмаһы) уҡытыу программаһында юҡ. Эйе, йәш быуын урыҫ теленән башҡа инглиз, немец, француз телдәрен уҡый. Был яҡшы. Әммә беҙҙең рухи байлығыбыҙ, тарихыбыҙ иҫке төрки телендә ята. Беҙ һаман тырышып-тырышып европалыларға оҡшарға тырышабыҙ: телен, мәҙәниәтен өйрәнәбеҙ, кинофильмдар ҡарайбыҙ. Улар һымаҡ өй йыйыштырыу, ашау, тәртибебеҙ уларға оҡшарға тейеш тип тоябыҙ. Ләкин үҙ асылыбыҙ, башҡортлоғобоҙ тураһында бик-бик бәләкәй мәғлүмәтлебеҙ. Ә башҡорт халҡының милли геройҙары, яҙыусылары, әртистәре, бөтмәҫ аһәңле йырсылары әҙме ни? Ай-һай, улар шул тиклем күп, халҡым шул тиклем үҙенең таланты менән бай, әммә уны ҙурлап һаҡлаусы, үҫтереүсе бик аҙ. Ә ул талант ҡайҙан килә, әгәр башҡорт рухы булмаһа. Рух ҡайҙан килә - тарих төпкөлөнән. Халҡым шулай үҫкән, шулай үҙ тормошон, зарын, еңеүҙәрен ҡобайырҙар, йырҙар, бәйеттәр аша хәҙерге быуынға еткергән. Күпмеһелер ауыҙ-тел ижады булып яңғыраһа, күбеһе иҫке төрки яҙмаһында төрлө илдәрҙә: Төркиәлә, Үзбәкстанда, Иранда, Монголияла, Ҡытайҙа һ.б. илдәрҙең китапханаларында, музейҙарында һаҡлана.
Башҡорт халҡының бөйөк улы Ғайса ағай Хөсәйенов боронғо фолианттарҙың ҙурлығына, ҡалынлығына, ауырлығына, ғәрәп хәрефтәренең матур каллиграфия менән яҙылыуына иғтибар итеп, унда халыҡтарҙың яҙмышы, шәжәрәһе, сағылышы ятыуын әйтә. Бына барыһы ла ошо байлыҡ башҡорт халҡына барып етергә, үҫәр быуынға үҙ халҡы менән ғорурланырға мөмкинселек бирә.
Ошо тарихи байлыҡты башҡорт ғалимдары ғына түгел, ә башҡа милләт ғалимдары ла өйрәнә. “Башҡорт” тип яҙылған һүҙҙәрҙе икенсе милләт ғалимы үҙ милләте исеме менән алмаштыра. Башҡорт тарихынан төшөп ҡала, юғала, ә уның рухи байлығын икенсе милләт үҙләштерә, тарихта юғары күтәрелә. Тарихты дөрөҫләү өсөн беҙгә элекке фолианттарҙың төп нөсхәһен мәктәптә үк үҙләштереп, үҙ тарихыбыҙ менән ғорурланырға өйрәнергә кәрәк. Шуға күрә мәктәп дәреслектәрендә, программаларҙа, уҡыу пландарында иҫке төрки теле булырға тейештер. Был мөһим мәсьәләне ябай кеше генә хәл итмәй, һайланған депутаттар Ҡоролтайҙа, Дәүләт Думаһында күтәреп сығырға тейеш. Хәҙерге ваҡытта мәктәптәрҙә ике сит тел өйрәнелә. Шуның тәүһеге инглиз теле булһа, икенсеһе иҫке төрки теле булырға тейештер. “Уны уҡытырлыҡ белгестәр юҡ”,-тип әйтерҙәр мәғариф етәкселәре. Бар. Улар күп. Телде лә, тарихты ла яҡшы белеп, рухтары көслө йәш белгестәр – башҡорт егеттәре, ҡыҙҙары бар. Шуға күрә мәктәп программаһына икенсе сит телде индергәндә ныҡлап уйларға кәрәк. Беҙҙең тарихыбыҙҙы сағылдырған иҫке төрки теле мотлаҡ уҡтылырға тейештер ул.
Флүрә Алсынбаева.
Иҫке Сибай ауылы.