Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостаным – гүзәл илем

Ҡасан ғына баҡма һин уларға, Әллә ҡайҙан күҙҙәр сағыла. Аҡ ҡайындар аҡ йылғалар булып, Тармаҡланып күккә ағыла...

Ватаным... Күҙҙәремә шатлыҡ һәм ғорурлыҡ йәштәре йүгерткән ҡәҙерле моң ул - Башҡортостан... Ошо һүҙҙе ишетеү менән, күҙ алдыма түбәләре күккә олғашҡан бейек күкһел тауҙар, текә ҡаялар, сылтырап һәм борғаланып ятҡан ҙур-ҙур йылғалар, көҙгөләй ялтырап ятҡан төпһөҙ күлдәр, иге-сиге күренмәгән далалар, ерен, һыуын, телен һаҡларҙай ир-егеттәр, һомғол буйлы, нәҙек билле, оҙон толомло ҡыҙҙар, халҡымдың киләсәге өсөн борсолған, тәрән аҡыллы ололар, беҙгә гүзәл һәм яҡты донъяны бүләк иткән ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ килеп баҫа. Тыуған илемдең нәҡ әкиәт илендәй матурлығына һоҡланам да, ғорурланам да!
Башҡортостанымдың минең өсөн йөрәк өлөшө – кескәй Ватаным, тыуып үҫкән төйәгем. Үҙенең саф һауаһын һулатҡан, һалҡын шишмәләренең таҙа, шифалы һыуын эсергән, тәү башлап тәпәй баҫтырған, ҡояштың йылы нурҙары аҫтында йүгертеп уйнатҡан, өҙҙөрөп һайраған ҡош моңдарын тыңлатҡан, еләк-емештәрен тәмләткән, тик бәхет нурҙарына сорнаған тыуған яғым – Баймағым.
Минең ҡаршымда ғына түбәһендә ҡайындар, ҡарағайҙар, уҫаҡтар хакимләҡ иткән тау. Ҡояш тәүге нурҙары менән тик ошо тауҙы иркәләй, шаярта.
Тыуған ҡаламды уратып зифа буйлы, йәш ҡыҙҙар кеүек матур, төҙ һынлы, алтын алҡаларын таҡҡан аҡ ҡайындар теҙелгән. Шул ҡайындарға ҡараһам, минең күңелемә шағир Сафуан Әлибайҙың ошо шиғыр юлдары килә:
Ҡасан ғына баҡма һин уларға,
Әллә ҡайҙан күҙҙәр сағыла.
Аҡ ҡайындар аҡ йылғалар булып,
Тармаҡланып күккә ағыла...
Тыуған ҡаламдың урамдары... Ҡабатланмаҫ хозурлығы менән яҡын улар миңә! Сирень, алма, муйыл ағастары сәскә атҡан мәлдә урамдар буйлап үтеүе үҙе бер мөғжизә!
Әлбиттә, бында миңә иң яҡыны – үҙемдең тыуған йортом. Өйөмә яҡынлашҡан һайын ниндәйҙер рәхәтлек, яҡынлыҡ тойғоһо кисерәм мин.
Йорттан сығып, урам буйлап атлайым. Һәр ҡапҡа, һәр йорто, тыҡрығы таныш һәм яҡын миңә. Осраған һәр кеше менән үҙемдең ғәзиз телемдә «Һаумыһығыҙ!» тип иҫәнләшәм. Улар ҙа миңә ихлас йылмайып, һаулыҡ һораша.
Ябай, алсаҡ, изге күңелле, тырыш кешеләр. Беҙҙе, йәш быуынды, ҙур донъяға алып сығыр өсөн ал-ял белмәй, көн-төн тимәй эшләгән көслө рухлы халҡым.
Артабан атлайым...Ҡаланың үҙәк майҙанындағы обелискыға күҙ һалам. Һуғыш яланында ятып ҡалған олатайҙарҙың исемдәре яҙылған унда. Беҙҙең бәхетле баласаҡ, ырыҫлы киләсәк өсөн Ватанды яҡлап, Тыуған илде һаҡлап һәләк булған улар. Ә бит ошо һуғышта һәләк булған һәр яугир иҫән-һау ҡайтып донъя ҡорһа, ҡалабыҙ тағы ла йәмлерәк, матурыраҡ, ҙурыраҡ булыр ине.
Ҡалабыҙ бәләкәй генә булһа ла, Башҡортостан исемле ҙур бишектә үҙенең күренекле шәхестәре менән бәүелә. «Башҡортостандың йөҙ шәхесе» исемлегендә яҡташтарыбыҙҙың күп булыуы менән ысын күңелдән ғорурланам мин! Уларҙың тормош юлы менән танышып, хеҙмәте менән республикабыҙҙы данлаған кешеләргә хайран ҡалам.
Тыуған ҡалам буйлап артабан атлайым... Ябай хеҙмәт кешеләре йәшәй бында. Улар бәхет эҙләп ситкә китмәй, ә үҙ төйәгендә йәм табып йәшәй: матур-матур өйҙәр һалалар, баҡса ултырталар, балалар үҫтерәләр.
Уларға ҡарайым да ҡыуанам, сөнки йылдан-йыл халыҡ күңелендә үҙ теленә һөйөү, йолаларына ихтирам арта. Яңы тыуған балаларға ауыҙ тултырып әйтерлек гүзәл башҡорт исемдәре ҡушыла, кешеләр дини йолаларҙы үтәй, ата-бабаларыбыҙҙан аманат итеп ҡалдырылған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлай. Ҡалам үҙ ҡанундарына ҡайта, нәҫел-ырыу рухы тергеҙелә.
Төрлө уйҙарға сорналып, халҡымдың ихласлығына, ябайлығына тағы бер тапҡыр инанып, ҡаламды һағынып һәм яратып урап сыҡтым. Ошо бәләкәй генә Баймағымда ҙур донъяға алып сығасаҡ юлдың тылсымлы ҡапҡаһы һалынасаҡ. Быға минең иманым камил!
КАМИЛА.
Читайте нас: