Беренсе Этҡол мәктәбенең 4-се класс уҡыусылары
Алтынай Барлыбаева менән
Лилиана Хисмәтуллинаның иншалары ла айырым иғтибарға лайыҡ. Алтынай: “Тыуған яҡ - ул минең яратҡан ғаиләм һәм тыуған йортом ғына түгел, тыуған яғым минең бөтә Башкортостан”, -- тип яҙһа (
https://hakmar.rbsmi.ru/articles/tyu-an-ilem-bash-ortostan-/altynay-barlybaeva/), Лилиана: “Башҡортостан – минең тыуған илем, дуҫлыҡ иле. Тыуған республикамда башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, удмурттар, мариҙар, сыуаштар һәм башҡа бик күп төрлө милләттәр үҙ-ара татыу йәшәйҙәр. Беҙ үҙебеҙ башҡорттар бик ҡунаҡсыл, алсаҡ, ярҙамсыл, ихлас халыҡбыҙ”, -- тип милләттәр дуҫлығына өҫтөнлөк биргән (
https://hakmar.rbsmi.ru/articles/tyu-an-ilem-bash-ortostan-/liliana-khismatullina-/). Баймаҡ районының Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы
Юлдаш Ҡарамурзиндың иншаһын иншаһын уҡытыусыһы
Миңзәлә Хәмитова ебәргән (
https://hakmar.rbsmi.ru/articles/tyu-an-ilem-bash-ortostan-/liliana-khismatullina-/). Әбделкәрим урта мәктәбенең һигеҙенсе класс уҡыусыһы
Әлфинә Булатова: “Һәр кешенең йөрәгенә яҡын, йәненә еңеллек бирә торған яратҡан урыны була. Минең өсөн – ул тыуған ауылым”, -- ти ул (
https://hakmar.rbsmi.ru/articles/tyu-an-ilem-bash-ortostan-/-lfin-bulatova/). Аҡтау ауылы һылыуы
Лиана Ноғаманова: “Минең яратҡан тыуған ауылым Аҡтау. 1936 йылда барлыҡҡа килеп мөһәбәт тауҙар араһында, ҡуйы ағастар менән уратылған. Борондан бында күсеп килеп урынлашҡан ата-бабалар, ошо мөғжизәле тәбиғәткә һоҡланып йәшәгәндәр. Тауҙың битләүендә ап-аҡ ҡылған үҫкән, шуға шундай Аҡтау тигән исем бирергә булғандар. Ҡылған сәскә атҡан ваҡытта тау ап-аҡ булып күренгән”, -- тип тыуған ауылы тарихын бәйән иткән (
https://hakmar.rbsmi.ru/articles/tyu-an-ilem-bash-ortostan-/liana-no-amanova-/). Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы
Гөлсибәр Йәрмөхәмәтова шиғри күңелле ҡыҙ. Ул тыуған илен, йәшәгән төбәген яратып яҙған иншаһын (
https://hakmar.rbsmi.ru/articles/tyu-an-ilem-bash-ortostan-/g-lsib-r-y-rm-kh-m-tova/). Сәйғәфәр урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы
Таңсулпан Райманова: “Башҡортостан – баш илем... Сәсән телле, яугир рухлы ата-бабаларыбыҙ ғүмер иткән бәрәкәтле, бай тарихлы, хазиналы төйәк”, -- тип яҙған (
https://hakmar.rbsmi.ru/articles/tyu-an-ilem-bash-ortostan-/g-lsib-r-y-rm-kh-m-tova/).